Үткән тәүлектә Бөрйән районы биләмәһендә урман янғыны теркәлгән. Тәбиғәттә ут ҡабыныуҙың тәү сәбәбе – электр линияһындағы ҡыҫҡа ялғаныш, тип хәбәр итәләр республика урман хужалығы министрлығында.
Ут таралған майҙан 0,15 гектар. Янғынды һүндереүҙә 24 кеше һәм 9 берәмек техника эшләгән.
“29 апрелгә ҡарата республикала 1-3 класлы янғын хәүефе күҙаллана. Бәләкәй генә осҡон да ҙур хәүеф сәбәбе булырға мөмкин! Урман-ҡырҙарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ныҡ теүәл үтәгеҙ. Урман янғынын йәки урманға яҡын ерҙә ут шәйләһәгеҙ, урман һағының берҙәм бушлай телефоны буйынса хәбәр итегеҙ: 8 (800) 100-94-00. БР Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенең телефоны: 8 (347) 218-14-14”, - тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан биләмәһендә 30 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелде.
“Башинформ”дан.