Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
10 Июль 2025, 08:45

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында нисә айыу йәшәй?

«Шүлгән-Таш» ҡурсаулығында айыуҙар һаны артҡан.             «Шүлгән-Таш» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында, йылдағыса, айыуҙарҙың һанын иҫәпләү эштәре башҡарылды.

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында нисә айыу йәшәй?
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында нисә айыу йәшәй?

«Шүлгән-Таш» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында, йылдағыса, айыуҙарҙың һанын иҫәпләү эштәре башҡарылды.

Ҡурсаулыҡтың дәүләт инспекторҙары һыбай бер ваҡытта – иртәнге ысыҡта биләмәләге йылға үҙәндәре буйлап айыу эҙҙәрен һәм алғы табандары эҙенең киңлеген үлсәп билдәләнеләр. Артабан бөтә эҙҙәрҙе картаға төшөрөп, һәр айыуҙың, балаларының яҡынса йәшәү урыны сиктәре һәм дөйөм һаны билдәләнде.

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа айыуҙар һаны тотороҡло арта бара. 2025 йылда, бөтә күҙәтеү йылдары менән сағыштырғанда, айыуҙарҙың рекордлы һаны теркәлгән.            Быйыл ҡурсаулыҡта, дөйөм алғанда, 59 айыу иҫәпләнгән. Шуларҙың һигеҙе балалы инә айыуҙар (уларҙың барыһы ла тиерлек 2-шәр балалы), 5 бәләкәй, 20 уртаса һәм 11 эре хайуан. Был 100 гектарға 2,7 тайыштабан тура килеүен күрһәтә. Әлбиттә, был бик ҙур һан!             Айыуҙар музей-экскурсия комплексы туристарына һәм эргәләге биләмәгә сыға башланылар. Шуға күрә уларҙы ашатырға, аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары ҡалдырырға ярамай. Һөҙөмтәлә, кемдеңдер ҙур бәләгә тарыуы, хатта һәләк булыуы ихтимал.

 

Илдус Нурмөхәмәтов,

«Шүлгән-Таш» дәүләт ҡурсаулығының өлкән ғилми хеҙмәткәре,

 

Михаил Косарев,

«Шүлгән-Таш» дәүләт ҡурсаулығы директоры.

 

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында нисә айыу йәшәй?
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында нисә айыу йәшәй?
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында нисә айыу йәшәй?
Автор:
Читайте нас