Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
9 Июнь 2025, 10:45

Шүлгән мәмерйәһенә инеүсе туристар ағымы кәмейәсәк

Шүлгән мәмерйәһенә инеүсе туристар һанын сикләйәсәктәр.

Шүлгән мәмерйәһенә инеүсе туристар ағымы кәмейәсәк
Шүлгән мәмерйәһенә инеүсе туристар ағымы кәмейәсәк

Шүлгән мәмерйәһенә инеүсе туристар һанын сикләйәсәктәр. Эш шунда, Шүлгән мәмерйәһендәге ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе ЮНЕСКО бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә индереү буйынса һығымтаһында ИКОМОС милли комитеты эксперттары Шүлгән мәмерйәһенә инеүселәр һанын тәүлегенә 1400 кешенән арттырмаҫҡа тигән ҡәтғи тәҡдим еткергән. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ял көндәрендә Шүлгән мәмерйәһенә тәүлегенә 1800-ҙән күберәк туристар инеп сыға. Шуға унда инеүселәр һанын сикләргә ҡарар ителгән.

-Шүлгән мәмерйәһенә барыуҙы йәйге осорҙа ял көндәренә планлаштырмай торорға саҡырабыҙ. Был һеҙгә средстволарығыҙҙы һәм нервыларығыҙҙың экономияларға, оҙон сираттарҙа тороуҙан һаҡланырға ярҙам итер. Беҙҙең хеҙмәттәргә ҡунаҡтарҙың  норманан артыҡ киске ағымын уларҙың бер өлөшөн эргәләге грандиоз тарихи-мәҙәни музей комплексына йүнәлтеү юлы менән кәметергә тура килер. Ул шуның өсөн булдырылған да инде.

Быны уникаль ҡомартҡыны һаҡлау өсөн булдырылған сара тип ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ, - тип мөрәжәғәт итә туристарға “Шүлгән-Таш” дәүләт ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шүлгән мәмерйәһендәге ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе  ЮНЕСКО бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә индереү-индермәү тураһында ҡарар июль айында Парижда ҡаб ул ителәсәк.

 

Шүлгән мәмерйәһенә инеүсе туристар ағымы кәмейәсәк
Шүлгән мәмерйәһенә инеүсе туристар ағымы кәмейәсәк
Шүлгән мәмерйәһенә инеүсе туристар ағымы кәмейәсәк
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас