Уларҙың иң күбеһен Башҡортостандан килеүселәр тәшкил итһә, 30 процентын Рәсәй төбәктәренән, 10 проценты - сит илдән килеүселәр.
Районда “Ағиҙел” МУП-ы, “Бөрйән”, “Каповатур”, “У Каповой” турбазалары, “Башҡорт иле” КФХ-һы, “Олоғужан” туҡталҡаһы һәм башҡалар уңышлы эшләгәндәр рәтендә.
Ял итеү маҡсатында районға килгән туристар һанының һуңғы йылдарҙа артыуы туризм өлкәһендә эш иткән эшҡыуарҙарға яңы мөмкинлектәр аса. Уларҙың файҙаһына ошо йүнәлештәге программалар эшләй, финанс ярҙамдар күрһәтелә, шулай уҡ консультациялар һәм кредит алыу буйынса аңлатыу эштәре алып барыла.
Район хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары Артур Ғәлин биргән мәғлүмәттәр буйынса муниципаль программа сиктәрендә 2023 йылда бизнесты үҫтереү өсөн туризм өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙар 7 миллион 132 мең 500 һум финанс ярҙам алған. Дәүләт программаһы ярҙамында Ирина Шәмиғолова 2 миллион 250 мең һум грант алып “Инсебикә” турбазаһын асыуға өлгәшкән. Шәхси эшҡыуар Илһам Маликовҡа Ғәҙелгәрәй ауылында глэмпинг төҙөү өсөн 14 миллион 900 мең һум грант бирелгән.
Шәхси эшҡыуарҙар Наил Ғәлин - 2 миллион 774 мең 499,19 һум, Н. Вәлиев - 3 миллион һум, Артур Мырҙағолов - 2 миллион 927 мең 172 һум, Артур Халиҡов 3 миллион 61 мең 225 һум күләмендә туристик ҡоролмалар алыу өсөн грант алғандар. Кэмпинг төҙөү өсөн “Капова Тур” 3 миллион 140 мең һум, Илһам Маликов 2 миллион 240 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшкән.
Һәр төрлө эшмәкәрлек кеүек үк, туризм иҡтисадҡа, йәмғиәткә һәм тирә-яҡ мөхиткә көслө йоғонто яһай, үҙ өлөшөн индерә. 2024 йылда был өлкәнән бюджетҡа яҡынса 9 миллион һум килем ингән.
Бер яҡтан дәүләткә ярҙам булһа, икенсе яҡтан тирә-яҡ мөхиткә зыян да килә. Шулай ҙа проблемаларға ҡарамай районда туризм әүҙем үҫешә, яңы объекттар төҙөлә, эш урындары булдырыла. Туризм индустрияһын үҫтереүҙә райондың мөмкинлектәре күп. Һуңғы осорҙа этник туризм йылдам үҫешә. Ҡала ығы-зығыһынан арыған кеше ауылға ҡайта, ауыл эштәрен эшләп, мейестә бешкән ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, йылға-күлдәрҙә йөҙөп, урмандар гиҙеп, халыҡтың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли кейемдәре менән танышып, йәндәренә ял алып ҡайталар. Кемдәрҙер, киреһенсә, ҙур ҡалалар, сит илдәрҙе, икенсе мөхитте күреп ял ала.
Мәҫәлән, күптән түгел райондашыбыҙ Мөслимә Мөхйәрова Төркиәгә улына ҡунаҡҡа барып ҡайтты.
“Самолеттан килеп төшкәс тә балаларым ҡаршы алды. Улым менән киленем “Мираҫ” бейеү ансамблендә бейенеләр. Әле контракт буйынса февралдән алып “Паша” ансамблендә эшләйҙәр. Улар менән бергә иптәштәре лә килде. Беҙ ҡул биреп күрешәбеҙ, ә унда һаулыҡ һорашыу икенсе төрлө икән. Кинолағы һымаҡ, үҙҙәренән оло кешеләрҙең ҡулын үбеп, баштарына терәп күрешәләр. Мин уңайһыҙланып киттем.
Аланьяла булдыҡ. Тәбиғәт матур. Һыуһыҙ ерҙә лә матур сәскәләр, бейек тау баштарында ла ағастар үҫтергәндәренә һоҡландым. Ямғырҙар һирәк яуһа ла, тәбиғәтте матурларға тырышып йәшәгәндәре күренә.
Мәсеттәр күп. Намаҙ ваҡыты башланһа, аҙан ҡысҡырған тауыштар яңғырап тора. Төрлө тарихи урындарға экскурсиялар алдыҡ.
Ҡәберлектәр өҫтөнә ҡомғандар ҡуйылған. Баҡтиһәң, ҡәбергә килгәндә һыу ҡоялар икән. Яҙыуҙарына иғтибар итеп, оҙон ғүмер кисергәндәр икән, тип ҡарап йөрөнөм. Тирә-яҡ таҙа. Кешеләр итәғәтле, ипле, балаларҙы яраталар, тыймайҙар. Йылмайып, сит балаларҙы ла тотҡолап, яратып китәләр. Бесәйҙәрҙе ныҡ ҡарайҙар, улары урамда йөрөһәләр ҙә матур, таҙалар, мәсеттә лә йөрөйҙәр. Бер күренеш ныҡ иҫтә ҡалды. Ҡул арбаһына ҙур йәшниктәр тейәгән кеше туҡтап, юлда ятҡан бесәйҙе ипләп кенә торғоҙоп ситкә ултыртты ла, шунан юлын дауам итте. Мин был хәлгә аптыраным.
Хәләл ризыҡтар менән туҡландыҡ. Тауыҡ, балыҡ, сырға өҫтөнлөк бирелә. 10 төрлө сыр ашап ҡараныҡ. Һөт ризыҡтарының барыһы ла кәзә һөтөнән эшләнә икән. Төрөктәр бер туҡтауһыҙ сәй эсәләр, ҡайҙа инһәң дә, сәй тәҡдим итәләр.
Тағы шуға иғтибар иттем – бар ерҙә лә тик ир-егеттәр генә эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙары осраманы тиер инем, бер урында ғына тап булды, уныһы ла ситтән килгән. Хамамға барҙыҡ. Экскурсияның маршруты буйынса “Великолепный век” фильмындағы кеүек йомро мунсала баш аша һыу ҡойоп, йыуындырҙылар. Бер көн Анталья ҡалаһын гиҙҙек.
Аллаға шөкөр, йөрьәт итеп юлға сығып, донъя, диңгеҙ, унан бигрәк улым менән киленемде күреп күңелем булып ҡайттым”, - тип сәйәхәттән алған матур тәьҫораттары менән бүлеште ул.