Тирә-яҡ мөхит
19 Сентября 2024, 07:30

Байназар мәктәбе уҡыусылары йылға буйын таҙартҡан

Байназар мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары “Экология” милли проекты сиктәрендә районда яҙ һәм көҙ айҙарында уҙғарылған "Таҙа Ағиҙел" акцияһына ҡушылып, йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Байназар мәктәбе уҡыусылары йылға буйын таҙартҡанБайназар мәктәбе уҡыусылары йылға буйын таҙартҡан
Байназар мәктәбе уҡыусылары йылға буйын таҙартҡан

"Дәррәү генә Ағиҙел буйына өмәгә йыйылып, тейешле территорияны тиҙ арала сүп-сарҙан таҙартып сыҡты уҡыусылар. Класс етәкселәре Ғәлиуллин Ғәзим Уйылдан улы менән Баязитов Азамат Роберт улы үҙҙәре лә бер нисә тоҡ сүп йыйҙы. Шәхси өлгө күрһәтеү - тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүҙә иң яҡшы сара. Төйәгебеҙҙең матурлығы, таҙалығы, төҙөклөгө – беҙҙең ҡулдарҙа", тип яҙалар мәктәптең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә. 

Тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу, тәбиғәтте һаҡлау - бик мөһим, яуаплы эш икәнен аңлаған Байназар мәктәбе уҡыусыларына афарин!

 

 

Байназар мәктәбе уҡыусылары йылға буйын таҙартҡан
Байназар мәктәбе уҡыусылары йылға буйын таҙартҡан
Байназар мәктәбе уҡыусылары йылға буйын таҙартҡан
Автор:Г. Хафизова