Үткән ялда беҙ, “Таң” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, район үҙәгенән катамаранда гөрләшеп Ағиҙел буйлап сәфәрҙә й өрөп ҡайттыҡ. Моторлы кәмә менән Шүлгәнгә бер көндә барып та еттек. Юлда туҡтап, тәбиғәттә ял итеп, шешлектәр ҡурып та өлгөрҙөк.
Мөхәрриребеҙҙең ҡурайына (гармуны менән ҡурайының моңдарына) йырлап-бейеп, гитараһының көйөнө ҡушылып йырлап, Бөрйән ҡаяларын шаулатып, туристарҙы ҡыуандырып йөрөп ҡайттыҡ. Көнө һуң әле! Район үҙәгендә ике тапҡыр ямғыр һыҙырып киткән, беҙҙең өҫкә берәй тамсы төшһәсе...
Бөрйән тауҙарының мөһабәтлегенә, ҡаяларының ғорур һынына, ярҙан ҡул болғаған үлән-сәскәләрҙең, ағастарҙың матурлығына һоҡланып, илаһи гүзәллек эсендә тәнебеҙ менән дә, йәнебеҙ менән дә ял итеп ҡайттыҡ.
Алыштырғыһыҙ кәмәсебеҙ (элекке йылда ла уның кәмәһендә аҡҡайныҡ) Руслан Ғәлиуллинға ҙур рәхмәт. Туҡтаған арала йүгереп йөрөп шешлек ҡурыусы ла ул булды. Йылмайып ҡына тора, йомшаҡ һүҙле, ер-һыу менән дә таныштырып ебәрә.
Ә Ағиҙел өҫтө быйыл да сып-сыбар. Туристарҙан... Ярҙа энә төртөр урын юҡ, тиһәң арттырыу булыр, шулай ҙа туҡталҡалар аҙым һайын.
Үҙебеҙҙең тәбиғәтебеҙҙә, йылғаларыбыҙҙа ял итергә ваҡыт, форсат табырға тырышайыҡ. Халыҡ бит әллә ҡайҙарҙан килә. Осраҡлы ғына аралашҡанда ла, Татарстан, Екатеринбург, Өфө, Сибай яҡтарынан килгән туристар барлығын белдек...
Ҡыҫҡаһы, сәфәрҙән барыбыҙ ҙа ҡыуанып, эшкә яңы көс-дәрт алып ҡайттыҡ.