Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
28 Март , 10:55

Районыбыҙ матур булһын

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу (ФКГС) федераль проекты «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә төп роль граждандарға бирелә, йәғни районда ниндәй территория төҙөкләндерелеүе беҙҙең һайлауға бәйле. Әлеге көндәрҙә “Мәсем” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре көн һайын йәмғиәт урындарында тауыш биреүҙәр ойоштора. Уларҙан тыш Байназар, Аҫҡар, Кейекбай ауылдарында ла “Мәсем” белгестәре эшләй. Райондағы ойошма-учреждениеларҙа ла ирекмәндәр тәғәйенләнгән. Улар райондаштарға объекттарҙың исемлеген әйтеп, теләгән объектҡа тауыш биреүҙә ярҙам итәләр.

Районыбыҙ матур булһын
Районыбыҙ матур булһын

Проекттың маҡсаты - ҡала һәм ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү, күмәк ял өсөн уңайлы урындар - ваҡыт үткәрергә, ғаилә менән йөрөргә, дуҫтар менән осрашырға мөмкин булған уңайлы һәм заманса йәмәғәт киңлектәре булдырыу.

Был проект сиктәрендә йыл һайын йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә. Әйтәйек, 2018 йылда Иҫке Собханғол ауылының яр буйы, 2019 йылда Күҙәмбәт яланы төҙөкләндерелде, асыҡ сәхнә ҡуйылды. 2020 йылда Баҙал биҫтәһенә менгән йәйәүлеләр өсөн һикәлтә, тротаур эшләнде, 2021 йылда “Ҡайынтүш” паркы төҙөлдө, янына тротуар һалынды. 2022 йылда Баҙал биҫтәһендә Ш. Бабич урамында парк барлыҡҡа килдле. 2023 йылда шул уҡ урамда йәйәүлеләр зонаһы эшләнде. Ағымдағы йылда Иҫке Собханғол ауылының Совхоз урамында спорт майҙансығын төҙөкләндереү, футбол майҙаны булдырыу, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу мөкинлеге күҙаллана.

Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә төп роль граждандарға бирелә, йәғни районда ниндәй территория төҙөкләндерелеүе беҙҙең һайлауға бәйле.

15 марттан төҙөкләндереү объекттары өсөн онлайн тауыш биреү башланды. Ул 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

Әлеге көндәрҙә “Мәсем” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре көн һайын йәмғиәт урындарында тауыш биреүҙәр ойоштора. Уларҙан тыш Байназар, Аҫҡар, Кейекбай ауылдарында ла “Мәсем” белгестәре эшләй. Райондағы ойошма-учреждениеларҙа ла ирекмәндәр тәғәйенләнгән. Улар райондаштарға объекттарҙың исемлеген әйтеп, теләгән объектҡа тауыш биреүҙә ярҙам итәләр.

Тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн түбәндәгеләрҙе эшләргә кәрәк:

- https://pos.gosuslugi.ru/lkp/fkgs һылтанмаһы аша үтергә;

- дәүләт хеҙмәттәре аша авторлашырға;

- Бөрйән районын һайларға;

- Исемлектән оҡшаған объектты һайлап, тауыш биреүгә баҫырға.

Һәр ҡатнашыусы бер төҙөкләндереү биләмәһен һайлай ала. Иң күп тауыш йыйған объект 2025 йылда төҙөкләндереү өсөн биләмәләр исемлегенә инәсәк.

Бөрйән районы халҡына төҙөкләндереү өсөн тәҡдим ителгән биләмәләр исемлегенә түбәндәгеләр инде:

  1. Иҫке Собханғол ауылының “Фуркан” паркы биләмәһен төҙөкләндереү.
  2. Бөрйән биҫтәһендәге парк биләмәһен төҙөкләндереү.
  3. Байназар ауылының Октябрь урамындағы спорт майҙансығын төҙөкләндереү.
Районыбыҙ матур булһын
Районыбыҙ матур булһын
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: