Берәүҙәр һыу юҡлыҡҡа зарланһа, икенселәрҙе нисәмә йыл Иҫке Собханғол ауылының Урал урамында ағып ятыусы (үҙәк дауахана аҫты) һаҫыҡ һыулы “шишмә” борсой.
“Дауаханаға күтәрелгән юлдың уртаһында тирә-яҡты һаҫытып, донъя йәмен китәреп ағып ятыусы яһалма «шишмә»не ҡасан туҡтатырҙар икән?” - тигән һорау менән редакцияға нисә мәртәбә шылтыраттылар, килеп зарҙарын да белдерҙеләр инде.
Был юлайы халыҡ ошо “шишмә”не ҡоротоуҙы талап итә, тип район советы депутаты Марат Отелло улы Йәримов килде.
Тәүҙә “шишмә”не барып ҡараныҡ. Ысынлап та, тышта минус ҡырҡҡа яҡын температура, теге “шишмә” суптырлап ағып, боҙ аҫтынан үҙенә күрә юл һалып, йырҙа яһап ағып ята. Саф, таҙа һыу булһа, юл эсенән аҡһа ла әллә ни бәлә булмаҫ ине – еҫе иҫ китмәле һаҫыҡ шул. Етмәһә, сирлеләрҙең, мәктәпкә барыусы-ҡайтыусы балаларҙың, саҡ ҡына тайғаҡта атлай алмай этләнгән ололарҙың аяҡ аҫтында.
Дауахана “шишмә”һе булғас, иң беренсе сиратта район үҙәк дауаханаһының баш табибы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зилә Зәки ҡыҙы Исмәғилеваға мөрәжәғәт итәбеҙ.
“Тау аҫтынан урғылып ағып ятыусы һыу тулыһынса йыуынты (бысраҡ) һыу түгел, сөнки ошоғаса бындай проблема булманы. 2023 йылда, канализация менән йәнәш ер аҫтынан шишмә ағып сыҡҡанға күрә, әлеге бысраҡ һыу уның менән ҡушыла һәм ҡоҙоҡ аша ашып-ташып сыға, тип фаразлайбыҙ. Шуға күрә киләсәктә канализация системаһын ҡайтанан эшләү бурысы тора.
Бөрйән үҙәк дауаханаһының ассенизатор машинаһы (йыуынты, бысраҡ һыуҙы һурып түгә торған), ныҡ иҫкереү сәбәпле, ремонтта (2001 йылғы автомашина) һәм беҙ йыуынты һыуҙы һурҙыртып өлгөрмәйбеҙ. Запас өлөштәр булмау сәбәпле, әлеге автомашина производствонан алынған”, - тигән яуап алдыҡ унан.
Артабан район экологы Әлфиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Нуретдиноваға юлланабыҙ. “Был ағып ятыусы “шишмә” – райондың оло проблемаһы, хатта иң ҙур экологик проблемаһы, тиер инем. Ошоға ҡағылышлы нисә суд булды, беҙ үҙ тапҡырыбыҙҙа әйтә килдек – хәл ителмәгәс, был шеш ҙурайып, хәҙер һытылды. Судтың ҡарары бар. 131-се Федераль урындағы үҙидаралыҡ законы буйынса халыҡты һыу менән тәьмин итеү һәм һыу ебәреү, үткәреү (водоотведение) - урындағы үҙидара елкәһендә. Йәғни, район хакимиәте һәм ауыл хакимиәтенең ҡарамағында, яуаплылығында.
Төп бәлә – таҙартыу ҡоролмаларының (очистные сооружения) булмауында. Беҙҙә бөтә район буйынса бер генә лә таҙартыу ҡоролмаһы юҡ.
Дүрт йыл әүәл ошо ҡоролма буйынса суд булды, 3 йыл элек - күп фатирлы йорттарҙа булмауы өсөн. Суд ҡарары бар, әммә ул ҡарар менән генә халыҡҡа ярҙам итеп булмай. Әле беҙҙә халыҡ түҙемле – һоҡланырға ғына ҡала.
Эколог нимә ҡарай, тип зарлана халыҡ. 2022 йылдан Рәсәй Федерацияһында 336-сы һанлы Ҡарар көсөндә – беҙҙең экологик күҙәтеү органы элекке һымаҡ үҙаллы тикшереү үткәрә алмай.
Ҡулды ошо ҡарар менән бәйләнеләр. Полиция һәм прокуратура ғына үҙаллы тикшереүҙәр үткәрә ала. Улар тикшереү үткәреп, шунда беҙҙе эксперт рәүешендә саҡырһа ғына беҙ теге-был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша алабыҙ.
Беҙҙең әҙер материалдарҙы тикшереп, шуның буйынса штраф һалырға ғына хоҡуҡ бар.
Мин ошо материалдар нигеҙендә штраф һалдым, ти, бының менән проблема хәл ителмәй, ә тик ғаиләләрҙең, кемдеңдер кеҫәһенә һуғыу ғына була.
Штраф – проблеманы хәл итеү юлы түгел, проблеманы хәл итеү юлы – ҡайҙандыр аҡса табып, таҙартыусы ҡоролмалар эшләтеүҙә.
Төрлө кешеләр, фирҡәләр мөрәжәғәт итә. Район проблемаһын күтәреп, көрсөктән сығыу юлын эҙләп йөрөүселәргә рәхмәт кенә әйтәм.
Әлеге ағып ятҡан бысраҡ һыуҙың кеше һаулығына ни тиклем насар йоғонто яһауына шик юҡ.
Бергәләп көрсөктән сығыу юлдарын эҙләргә, яуаплы кешеләргә эшкә әүҙемерәк тотоноп, етдирәк булырға кәрәк”.
Артабан юл – район хакимиәтенә. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары Наил Сәлих улы Сафин: “Эйе, дауахана аҫтынан ағып ятҡан был һыу – киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. Район хакимиәте был проблема менән таныш һәм уны хәл итеү өҫтөндә эш алып бара – БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы аша федераль программаға инеп, шуға таҙартыусы ҡоролма алыуға ғариза бирелгән. Әле илдә барған МХО-ға бәйле, ҡайһы бер мәсьәләләр тиҙ генә хәл ителмәй. Таҙартыу ҡоролмаһын урынлаштырыуға бер нисә ер участогын ҡарап ҡуйғанбыҙ.
Райондың абруйлы ир-уҙаманы, халыҡ үҙенә тиҫтә-тиҫтә йылдар дауамында ышаныс күрһәтеп, район советына депутат итеп һайлаған Марат Йәримов ҡатнашлығында баяғы ағып ятҡан һыу урынын тикшерҙек: ошоғаса ФОК-тың бысраҡ һыуы ла шунда аға, тигән фекер йәшәһә, ФОК-тың һыуы унда аҡмай булып сыҡты. Марат Отелло улы әйтеүенсә, элек тә нәҡ шул ерҙә шишмә аҡҡан, ана шул шишмә, һыу барыбер үҙенә юл таба, тигәнде раҫлап, атылып сыҡҡан.
Марат ағай Йәримов үҙе лә айырым пластик йәки тимер емкость ҡуйырға тәҡдим итте.
Һуңғы осорҙа дауахананың ассенизатор машинаһы ремонтта булыу сәбәпле, баяғы һыуҙы һурҙыртып түгеүҙә өҙөклөктәр булды. Әле “Алаҡуян” МУП-ына ошо эш менән булыу йөкмәтелгән.
Әлеге һорау буйынса район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡабул итеүҙә булды, ҡыш өҫтө һәм көндәр ныҡ һыуыҡ тороу сәбәпле, ҙур масштаблы эштәр атҡарып булмай, әле башлыҡ һыу һурҙыртҡыс махсус машина юллау менән мәшғүл.
Беҙ, үҙ тәңгәлебеҙҙә, көплө пластик резервуар ҡуйһаҡ, отошлораҡ булмаҫмы, тип, шул ҡоролмаларҙың хаҡтарын ҡарайбыҙ.
Киләсәктә был проблема хәл ителер, тибеҙ”.