Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
6 Октябрь 2023, 14:20

Ял көндәрендә республикала һауа температураһы нисек була?

Башҡортостанда ял көндәрендә һалҡын булыуы көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет. Бөгөн, 6 октябрҙә, һауа температураһы һиҙелерлек түбәнәйә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Көндөҙ +5, +10 градус булыуы көтөлә. Ә иртәгә...

Ял көндәрендә республикала һауа температураһы нисек була?
Ял көндәрендә республикала һауа температураһы нисек була?

Шәмбе, 7 октябрҙә, йәнә бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +3, +8 градус, көндөҙ һауа +10, +15 градусҡаса йылына.

8 октябрҙә лә ямғыр көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +1, +6 градус булһа, көндөҙ һауа температураһы +5, +10 градусҡа тиклем күтәрелә.

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: