Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
29 Сентябрь 2023, 20:00

Юл ситтәрен таҙа тотайыҡ

Район хакимиәте башлығы автомобиль юлдары ситтәрен  (эргәләрен) таҙартыу буйынса экологик өмәләр үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Юл ситтәрен таҙа тотайыҡ
Юл ситтәрен таҙа тотайыҡ

Экологик өмәләр ағымдағы йылдың 2 октябренән 31 октябренә тиклем дауам итәсәк. Район биләмәһендәге муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙың ситтәрен ике яғынан да 50 метр киңлектә таҙартыу күҙ уңында тотола.

Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, бөтә төр милектәге предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәренә үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙә стихиялы рәүештә барлыҡҡа килгән көнкүреш ҡалдыҡтары (сүп-сар) өйөмдәрен сығарып, яҡындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары (ТБО) контейнерҙарына урынлаштырыуҙы ойошторорға тәҡдим ителә.

Шул уҡ ваҡытта был эштәрҙе башҡарғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен (мәҫәлән, шәхси гигиена, ковидтан, талпандан һаҡланыу һ.б.) онотмау мөһим.

6 октябрь – Берҙәм экологик өмә көнө.

 

Автор:
Читайте нас: