Беҙҙең Әбделмәмбәт мәктәбендә "Туризм аҙналығы" башланды. Иң беренселәрҙән булып 26 сентябрь көнө 9-10 класс уҡыусылары һәм класс етәкселәре сәйәхәткә юлландылар. Беҙ үҙебеҙ генә юлланманыҡ шул... Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләп, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булыусы Рәил Фәруҡ улы етәкселегендә Хәмиҙә зыяраты, Сабирйән түңгәге, ете ырыу түңгәктәрен ҡарарға урманға экскурсияға сыҡтыҡ. Тышта көҙ булыуға ҡарамаҫтан, әмәлгә ярағандай, көн дә ҡояшлы булды. Рәил Фәруҡ улы уҡыусыларға бик күп тарихтар һөйләне, уҡыусылар йотлоғоп тыңланылар.
Экскурсия бөтәһенә лә оҡшаны, һәр уҡыусы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр үҙләштерҙе. Һәм иң мөһиме эргә-тирәләге ер-һыу атамалары менән таныштылар. Рәил апабыҙға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! – тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәктәбенең төркөмөндә.