Тирә-яҡ мөхит
13 Сентябрь 2023, 12:55

Әгәр көҙ ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа...

Сентябрь айына һынамыштар * Сентябрҙә күк күкрәһә, көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр.

Әгәр көҙ ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа...Әгәр көҙ ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа...
Әгәр көҙ ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа...

* Сентябрь йылы, ҡоро икән, ҡыш һуңыраҡ килер.
* Һалҡын булһа, ҡыш ҡар тиҙерәк ирей, яҙ иртәрәк килә.
* Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа - алда һыуыҡ ҡыш көтөлә.

* Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар күплеккә, аҫтан йөрөһәләр - ҡыштың оҙонлоғона.

* Был айҙа ҡар күренһә, артабан ҡырҡ көн аяҙ торор.

* Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын килер.

* Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.

* 18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр.

* Әгәр көҙ ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ – иртә, аҫтан һарғайһа – һуң килер.

* 28 сентябрҙә балыңды ҡара, умартаңды баҙға төшөр.

* Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.

Зиннур Боҫҡонов фотоһы.

Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас