-Ни өсөн тигәндә "Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә", ауылға ғына яҡынайтып ҡалмай. Климат йылыныуы айыуҙарҙың йәшәү рәүешен дә емерҙе. Уларға артабан ике генә юл ҡала: йә үҙҙәренең йәшәү шартына тап килгән ерҙәр эҙләп китергә йә кешеләргә яҡынайырға.
Әйткәндәй, бүреләрҙең эткә әйләнеү процесы ла ошо рәүешле барған. Эт — ул бүрелек шартын күтәрә алмаған, шул сәбәпле кешеләргә яҡынайырға, тамаҡ хаҡына ҡойроғон болғарға мәжбүр булған, үҙ тәбиғәтенән ситләшкән, яраҡлашыу ассимиляцияһына бирелгән бүре. Бүре — тәбиғәткә, асылға тоғролоҡ!
Айыуҙарҙы кешеләргә яҡынайырға мәжбүр иткән тағы бер сәбәп — һуңғы йылдарҙағы урман янғындары. Әйтәйек, ике йыл элек беҙҙәге янғындар ваҡытында барлыҡ йәнлектәр Уралдың башҡа төбәктәренә ҡасып ҡотолһа, быйыл иһә улар һыйынған яҡтарҙағы янғындар уларҙы һәм ул төбәктең йәнлектәрен беҙгә йәшәү эҙләп килергә, күптәрен әйләнеп ҡайтырға мәжбүр иткәндер. Шул сәбәпле ике-өс тапҡырға артҡан айыуҙарға ризыҡ етмәүе лә аңлашыла, - тигән фекерен белдерә шағир, журналист Әхмәр Үтәбай үҙенең "Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларындағы 901-се күҙәтеүендә.