Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
11 Сентябрь 2023, 14:25

Синоптиктар нимә вәғәҙә итә? Йылытамы икән?

Ямғырҙы һурып алырҙай булып көтә инек, кәрәкте бирә генә бит. Хатта Ағиҙел йылғаһы яҙғыһын улай тулы һыулы булмағандыр... Картуф ҡаҙыр мәл дә бит. Тик бәғзе бер картуф баҡсаларына итек менән дә инерлек түгел. Ярай, ямғыры ла кәрәк. Картуфты ҡаҙып алырға ла көнөн бирер әле. Һауа торошона күҙаллауҙар ҙа – шуға ишара.

Синоптиктар нимә вәғәҙә итә? Йылытамы икән?
Синоптиктар нимә вәғәҙә итә? Йылытамы икән?

Әгәр ул күҙаллауҙар ысынды “һөйләһә”, иртәгә яуа ла, ямғыр әҙерәк туҡтарға тейеш. Үтә салт аяҙ булып китмәгәндә лә, улай ҡойма ямғырҙар күренмәй былай фаразда. Әлбиттә, барыһы ла Хоҙай ҡулында.

Синоптиктар алдағы көндәрҙә әбейҙәр сыуағы ла вәғәҙә итә. Хатта октябрҙә лә әбейҙәр сыуағы буласаҡ әле, тип тә ебәрәләр.

Һауа температураһының уртаса 16-17 градус булыуы күҙаллана. Яҡын көндәрҙә ҡырауҙар көтөлмәй.

Һауа торошо ғына нимә ул, үҙебеҙ имне-һау, сәләмәт булайыҡ!

Зиннур Боҫҡонов фотоһы.

 

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: