-Айыуҙы - һалҡын һыулы йылға. Оҙонлоғо әллә ней ҙур ҙа түгел. Бер-нисә ҡотоғо бар һәм, башҡа урман йылғалары кеүек, йәй көндәре лә ҡоромай, ағыуын дауам итә.
Әҙәм балаһына тәбиғәт йәшәр өсөн барыһын да бирә - һулар һауаһын, эсәр һыуҙарын, ашар ризығын. Әммә беҙ, кешеләр, тәбиғәтебеҙгә ниндәй ҡараштабыҙ һуң?
Һуңғы йылдарҙа ҡулланыусы ғына ролен үтәп, борон -борондан ата-олатайҙарыбыҙ күҙ ҡараһындай һаҡлап алып килеп еткергән йәнтөйәгебеҙҙе ниндәй хәлгә ҡалдырҙыҡ. Һауа шарттарының ҡоро тороуы, йылғалар ҡороуы, урмандар ҡырылыуы өҫтөнә һуңғы осорҙарҙа янғындар өҫтәлеүе, тирә-яғыбыҙҙың бысраҡҡа батыуы хәүефкә һала. Кешелеккә экологик катастрофа яҡынлашыуын аңлап, тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡараған, ярҙам итергә тырышҡан кешеләрҙең булыуы ҡыуандыра.
Үҙҙәренең күңел ҡушыуы буйынса Яңы Монасиптан Лилиә һәм Фәнис Шәриповтар ғаиләһе ҡыҙҙары Гөлназ, ейәне Ибраһим, Нәбиҙән Рима һәм Хәйҙәр Сатваловтар ейәнсәрҙәре менән ошо йылға буйын матур итеп таҙалап ҡуйғандар, - тип хәбәр итәләр “Йәнгүзәл ағинәйҙәре” төркөмөндә.
Афариндан башҡа һүҙ юҡ. Һәр кем Бөрйәнебеҙҙең бер мөйөшөн шулай таҙартып торһа, тәбиғәтебеҙ тағы ла гүзәлерәк булыр ине. Ана, бит Айыуҙы буйын таҙартып, матурайып ҡалған урында самауыр сәйе эсеп тороп ҡайтып киткәндәр.