Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
31 Май 2023, 10:10

Муйыл... ҡыҙыл сәскә атҡан

Муйыл ҡап-ҡара булһа ла, Ап-аҡ сәскәләр ата,  тип йырлана. Баҡтиһәң, муйыл сәскәһе гел аҡ ҡына булмай икән. Алһыу (ҡыҙыл) сәскәлеһе лә була икән муйылдың. Бындай муйыл ҡайҙа үҫә, тиһегеҙме? Әлбиттә, Бөрйәндә! Тулыраҡ – артабан.

Муйыл... ҡыҙыл сәскә атҡан
Муйыл... ҡыҙыл сәскә атҡан

Яңы Монасип ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусы Нәсимә апай Сәғитова төшөрөп алған был фотоны. Нәсимә апай, ғөмүмән, тәбиғәт балаһы – ул йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә урман-ҡырҙар тынын тыңлап, тәбиғәттең көнитмешен күҙәтеп, матур-матур фотоһүрәттәре менән үҙенең сәхифәһендә уртаҡлашып бара.

Рәхмәт, Нәсимә апай!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: