Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошо һаҡлана, тип күҙаллана.
Бөгөн, 17 майҙа, яуым-төшөм юҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24 градус.
Кесаҙна, 18 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ көньяҡ-көнсығышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11, таулы райондарҙа +1 градус. Көндөҙ +17, +22, республиканың көньяҡ-көнсығышында иһә +12 градус.
Йома, 19 майҙа, төндә көньяҡта, ә көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8, көндөҙ +15, +20, көнсығышта +10 градус.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-17/alda-y-k-nd-r-respublikala-nind-y-aua-torosho-k-t-l-faraz-3261323