11 майҙа төндә урыны менән ҙур булмаған ямғыр вәғәҙәләйҙәр (урыны тағы Бөрйәндә булмай ҡуймаһын инде). Көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә плюс 1-6 градус (ҡайһы бер урындарҙа – минус 3 градусҡа ҡәҙәр), көндөҙ плюс 14-19 градус булыр тип фаразлана.
12 майҙа төндә урыны менән, көндөҙ республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, көньяҡ райондарҙа көндөҙ йәшенле ямғыр (бирһен Раббыбыҙ!) күҙаллана. Төндә плюс 3-8 градус, көндөҙ плюс 11-16 градус, көньяҡта плюс 6 градус тирәһе көтөлә икән.
Май һыуыҡ булһа, себенгә - юҡлыҡ, игенгә - туҡлыҡ, тиҙәр бит әле. Шуға көндәрҙең артыҡ эҫе тормауына ҡыуанырға ғына ҡала инде. Тик ямғырын ғына мулыраҡ бирһен Хоҙай.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-10/sinoptiki-bashkirii-soobschili-stoit-li-zhdat-potepleniya-v-blizhayshie-dni-3251273