Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
3 Май 2023, 10:05

“Уралсиб” банкы ҡыйығында ыласындар бала сығара

Өфөләге иң бейек биналарҙың береһенең башына бер нисә йыл рәттән ыласындар оя ҡора. Быйыл да улар әйләнеп ҡайтып, оя ҡороп, инде бала сығарырға йыйына икән. Орнитологтар видеоҡоролма ҡуйып, уларҙың тормошон йәшерен кенә күҙәтеп бара. Тулыраҡ – артабан.

“Уралсиб” банкы ҡыйығында ыласындар бала сығара
“Уралсиб” банкы ҡыйығында ыласындар бала сығара

Ояла тәүге йомортҡа 11 апрелдә үк пәйҙа булған. Шуға себештәрҙең 14 майҙан 16 майға тиклемге арауыҡта сығыуы көтөлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уралсиб” банкы ҡыйығында камера ҡуйылған. Уның аша теләгән һәр кем онлайн режимда был һирәк ҡоштарҙың тормошона тамаша ҡыла ала. Ҡошсоҡтарҙың сығыуына, үҫеүенә һәм ҡанатланыуына шаһит булып барырға мөмкин ( Трансляция организована совместно с башкирским отделением Союза охраны птиц России и инициативной группой проекта «Атлас птиц Уфы»).

Ыласындар (сапсандар) 17 йыл рәттән “Уралсиб” банкының ҡыйығында – ерҙән 100 метр бейеклектә оя ҡора. Орнитологтар фекеренсә, ҡоштар был урынды үҙҙәре өсөн хәүефһеҙ тип тапҡан һәм шуға йыл һайын ошо урынға ҡайталар. Был ҡоштар Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән. Шуға белгестәр улар төйәкләнгән урынды күҙәтеп тора һәм ныҡлы һаҡлауға алған.

“Башинформ” мәғлүмәттәрен файҙаланып, Т. Баһауетдинова әҙерләне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-02/oblyubovavshie-kryshu-uralsiba-v-ufe-sokoly-sapsany-zhdut-popolnenie-3242593

 

 

“Уралсиб” банкы ҡыйығында ыласындар бала сығара
“Уралсиб” банкы ҡыйығында ыласындар бала сығара
“Уралсиб” банкы ҡыйығында ыласындар бала сығара
Автор:Т. Баһауетдинова тәржемәләне
Читайте нас: