+15 °С
Болотло
Башҡортостанда дауыл сығыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртәләр. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 26 апрелдә көндөҙ урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе фаразлана.
Аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 7-12 метр, көндөҙ айырым райондарҙа тиҙлеге секундына 15-20 метрға етергә мөмкин. Һауа температураһы төндә +6, +11°, аяҙытҡанда +1°, көндөҙ +18, +23°.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-04-25/respublikala-dauyl-sy-yuy-ihtimal-3233741