Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
18 Апрель 2023, 09:10

Батша ҡотоғоноң серен асҡандар

Ғәлиәкбәрҙә милли кейем көнө алдынан балаларҙы милли кейемдәрҙә мул һыулы Батша ҡотоғо янына алып барып, ауыл ағинәйе Хөснә инәй Исламбаеваның ошо шишмәгә ҡағылышлы тарихтарын тыңлатҡандар, уйындар уйнатҡандар. Тулыраҡ – артабан.

Батша ҡотоғоноң серен асҡандар
Батша ҡотоғоноң серен асҡандар

Борон-борондан әҙәм балалары һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Ҡоҙоҡ ҡаҙып, һыу сығарған, уны таҙалап торған кешенең исемен ошо ҡоҙоҡҡа ҡушҡандар, уны ихтирам иткәндәр. Тәбиғәттең баһалап бөткөһөҙ байлығы иҫәпләнгән һыу хаҡында эпостарҙа ла һыуға һаҡсыл ҡараш хаҡында әйтелә. Бөтә төр диндә лә һыу ҡойоноу, йыуыныу ритуалдарҙың айырылып алғыһыҙ бер өлөшө булған. Хатта килен төшөргәндә һыу юлын башлау, йәғни йәш киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһы әлеге көндә лә һаҡланып ҡалған.
Шөкөр, ауыл халҡы һыу сығанаҡтарын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҙур эштәр күрһәтә, йыл да ҡарҙар иреү менән шишмә-йылға буйҙары таҙартыла, баштары кәртәләп алына. 

Ғәлиәкбәрҙә милли кейем көнө алдынан балаларҙы милли кейемдәрҙә мул һыулы Батша ҡотоғо янына алып барып, ауыл ағинәйе Хөснә инәй Исламбаеваның ошо шишмәгә ҡағылышлы тарихтарын тыңлатҡандар, уйындар уйнатҡандар.

Батша ҡотоғоноң серен асҡандар
Батша ҡотоғоноң серен асҡандар
Батша ҡотоғоноң серен асҡандар
Батша ҡотоғоноң серен асҡандар
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: