Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
13 Апрель 2023, 14:30

Шүлгән айыуы туристарға “ҡул болғап” ҡалған...

Эйе, “Башҡортостан” милли паркы айыуы бейеп йөрөгән, тип яҙғайныҡ, ә “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы айыуы Нөгөш буйлап ағып барған туристарҙы урман хужаһы ҡарашы менән оҙатып ҡалған. Был хәл нисек булған һуң? Тулыраҡ – артабан.

Шүлгән айыуы туристарға “ҡул болғап” ҡалған...
Шүлгән айыуы туристарға “ҡул болғап” ҡалған...

Үткән ялдарҙа Рәмил Хәмитов исемле уҙаман дуҫы Алексей менән тау йылғаһы Нөгөш буйлап байдаркала аҡҡан ваҡытта “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығыныү 5-се кварталында, Ғәлиәкбәр ауылы менән Кәшәле утары араһында, ярҙағы айыуҙы аңғарып ҡалған.

Рәмил урман хужаһын байдаркаһында ултырған килеш 60 метр самаһы ерҙән фотоға төшөрөп алған. Ул аҙаҡ төшөргән фотоларын ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре менән бүлешкән. Әйткәндәй, видеоһын да ебәрергә вәғәҙә иткән.

-Бер ваҡытта ла айыуға яҡын бармағыҙ. Тәү ҡарашҡа айыу яй һәм зыянһыҙ ғына һымаҡ күренә. Ләкин ул һеҙҙең яҡтан үҙенә хәүеф янағанын һиҙеп ҡалһа, күҙ асып, йомғансы һикерергә һәм шул уҡ тиҙлектә һуғып ебәрергә мөмкин. Кешегә айыуҙан ҡасып ҡотолоу мөмкин түгел, - тип иҫкәртә Рәмил.

(Р. Исламбаевтың мәғлүмәттәрен файҙаланып, Т. Баһауетдинова тәржемә менән әҙерләне).

Шүлгән айыуы туристарға “ҡул болғап” ҡалған...
Шүлгән айыуы туристарға “ҡул болғап” ҡалған...
Шүлгән айыуы туристарға “ҡул болғап” ҡалған...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: