-5 °С
Болотло
-Ҡар һыуына барыу — башҡорттар араһында киң генә таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән ул.
Ерҙәр асыла төшкәс, ҡатын-ҡыҙҙар көйәнтәләренә биҙрәләр элеп, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла.
Халҡыбыҙҙың ябай ғына тип ҡараған был йола байрамында тәрән мәғәнә ята: кешеләргә һыуға ҡарата һаҡсыл ҡараш, ихтирам тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотҡан боронғолар.
Суҡтал шишмәһе янына ҡар һыуына барып бейеп , уйындар уйнап ҡайттыҡ.
Һыу алыр алдынан Миңниса апай Ғәлина ил-йортобоҙға именлек, тыныслыҡ теләп доға ҡылды, - тип хәбәр итәләр Ҡотан ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.