Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
24 Март 2023, 14:35

Кеше һыуһыҙ нисә көн йәшәй ала?

22 мартта Бөтә донъя һыу ресурстары көнө билдәләнде. Сифатһыҙ һыу ҡулланыу арҡаһында йыл һайын 1,4 миллион кеше яҡты донъя менән хушлаша. Һыуға ҡағылышлы түбәндәге мәғлүмәттәр ҙә беҙҙең бушлай ниндәй байлыҡҡа эйә булыуыбыҙға һәм уның ҡәҙерен белеп етмәүебеҙгә дәлил.

Кеше һыуһыҙ нисә көн йәшәй ала?
Кеше һыуһыҙ нисә көн йәшәй ала?

Ер йөҙөндә һыу төп йәшәү сығанағы булып тора.

Тере кешенең тәнендә 55-78 % һыу бар, уның күләме кешенең йәше һәм ауырлығына бәйле. Кеше организмында 10 % һыу юғалтыу үлем осрағына килтереүе мөмкин. Тәндә һыу күләмен бер кимәлдә тотоу өсөн кешегә көнөнә яҡынса 3 литр һыу эсергә кәрәк.

Һыу тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырабыҙ:

-Ер шарының 70 процентын һыу ҡаплаған;

-Ерҙә булған һыуҙарҙың 97,5 проценты тоҙло һыуҙар;

-Боҙлоҡтарҙа 68,5 процент эсәр һыу бар;

-Ошо һыуҙарҙың 1 проценты ғына кешегә файҙаланыу өсөн яраҡлы;

-Сифатһыҙ һыу ҡулланыу арҡаһында йыл һайын 1,4 миллион кеше яҡты донъя менән хушлаша;

-Планетала йәшәүселәрҙең яртыһы һыу етмәү арһаҡында насар санитар хәлдәрҙә көн итә;

-Кеше һыуһыҙ 2-3 көн генә йәшәй ала;

-Кранығыҙ боҙолоп, унан һыу тамып торһа, көнө буйы 75 литр һыу ағып бөтә. Шул уҡ ваҡытта миллионлаған кеше сифатлы һыу таба алмай интегеп йәшәй;

-Өйҙә ҡулланылған һыуҙың өстән ике өлөшө ванна һәм бәҙрәфтәргә тура килә;

-Бысранған ер аҫты һыуҙары бер нисә быуаттар буйы ғына үҙаллы таҙара ала;
-Янғынды эҫе һыу менән һүндереү эффектлыраҡ.
(Асыҡ сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр файҙаланылып, тәржемә менән бирелде).

Автор:
Читайте нас: