Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
16 Ғинуар 2023, 11:10

13 ғинуарҙа күҙәтелгән “ҡыҙыл” болоттарға аңлатма биргәндәр

13 ғинуарҙа Урал аръяғы райондарында ғәҙәти булмаған болоттарҙы фотоға төшөрөп алып, социаль селтәргә һалыусылар бихисап булды. Белгестәр уларҙың ни сәбәптән килеп сығыуына һәм нисек аталыуҙарына аңлатма биргән. Тулыраҡ мәғлүмәттәр һәм фотолар – сайтта.

13 ғинуарҙа күҙәтелгән “ҡыҙыл” болоттарға аңлатма биргәндәр
13 ғинуарҙа күҙәтелгән “ҡыҙыл” болоттарға аңлатма биргәндәр

Бындай болоттар лентикуляр болоттар тип атала икән.

Лентикуляр болоттар – бик матур тәбиғәт күренеше. Уларҙың төп үҙенсәлеге – ел ниндәй көстә булыуға ҡарамаҫтан, хәрәкәтһеҙ ҡалалар.

Лентикуляр болоттарҙың килеп сығыуын белгестәр атмосфера фронты яҡынлашыуы йәки алыҫ райондарҙан һауаның көслө ағымы күсеүе менән бәйләй.

Белоретта йәшәүсе мотиватор Гөлфиә Мөхәмәтдинова:

-2023 йылда Ер яңы энергетика тулҡындар менән тирбәлә башланы. Быны күп кенә энергопрактиктар ҙа әйтә. Кешеләр "асыла", йоҡомһорап йөрөгән ерҙән "уяналар". Нимә уйлайһың, шул шундуҡ тормошҡа аша. Ләкин был энергияны ҡабул итер өсөн "таҙарыныу" үткәрәләр! Ул да булһа - ауырыу! Температура күтәрелеп ауырып киттегеҙ икән, тимәк клеткалар яңыра, яңы энергияны ҡабул итеү өсөн әҙерләнәгеҙ! – тип яҙа.

Нимә генә булһа ла, матур күренеш!

(Фотолар Г. Мөхәмәтдинованың сәхифәһенән һәм "Башинформ"дан алынды. Учалы районында һәм Өфөлә төшөрөп алғандар).

13 ғинуарҙа күҙәтелгән “ҡыҙыл” болоттарға аңлатма биргәндәр
13 ғинуарҙа күҙәтелгән “ҡыҙыл” болоттарға аңлатма биргәндәр
13 ғинуарҙа күҙәтелгән “ҡыҙыл” болоттарға аңлатма биргәндәр
13 ғинуарҙа күҙәтелгән “ҡыҙыл” болоттарға аңлатма биргәндәр
13 ғинуарҙа күҙәтелгән “ҡыҙыл” болоттарға аңлатма биргәндәр
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: