Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
11 Ноябрь 2022, 17:15

ЫҒЫШМА ТАҒЫ ЮҒАЛҒАН...

Шүлгән-таш мәмерйәһенән алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан Ығышма күле 2022 йылдың 11 ноябрендә урындағы халыҡты тағы ла аптырауға һалған. Хәтерегеҙҙәлер, бер йыл элек, 2021 йылдың 28 сентябрендә, күл юҡҡа сыҡҡайны – бер нисә сәғәт эсендә һыуы тулыһынса юғалған ине.

ЫҒЫШМА ТАҒЫ ЮҒАЛҒАН...
ЫҒЫШМА ТАҒЫ ЮҒАЛҒАН...

-Ул ваҡытта күлдең һыуы юғалыуы йәмғиәттә ҙур ғына резонанс тыуҙырғайны. Күптәр, был хәл бәлә килерен хәбәр итә, тип шөбһәләнгәйне...

Ләкин ғилми хеҙмәткәрҙәр, был карст күлдәре өсөн хас күренеш – ундай күлдәрҙә һыу ҡапыл юҡҡа сыға ла, күпмелер ваҡытта һуң кире тула, тип аңлатҡайны.
Төрлө материалдар менән тыңҡысланған понорҙар (Карст воронкаларының төбө шулай атала. Был осраҡта, күл карст күле булғас, уның төбөн дә ғилми телдә понор тип атайҙар. Соҡорҙоң төбө була, ә понор ер аҫтында ҙур карст ҡыуышлыҡтары менән тоташа) яйлап карст ҡатламдары менән бәйләнеште юғалта һәм атмосфера һыуҙары менән тулылана. Әгәр тығын ысҡынһа, һыу ер аҫтына китә.

Ығышма күле өсөн һыуҙың юғалып тороу циклы яҡынса 50 йыл тәшкил итә. Урындағы халыҡтың күҙәтеүе буйынса, Ығышма күлендәге һыу 1921, 1975 һәм 2021 йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан.

Ләкин был юлы күлдең һыуы юғалыуы 13,5 айҙан һуң ҡабатланған. Бының мөмкин булған сәбәптәренең береһе тип 2021 йылда урындағы эшҡыуар тарафынан күлгә яҡын урында тәрән скважина ҡаҙылыуын да атайҙар. Ул ҡоҙоҡ кәрәкмәй сыҡҡан һәм 2022 йылдың июнендә хужаһы алышынған участканың автотуҡталышында ҡырсын менән ҡапланған, - ти ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре Ләлә Хәйбуллина.

Шулай итеп, Ығышма күленең юғалыу сәбәптәре буйынса теүәл генә фараз юҡ. Тәбиғәттең беҙ аңлап етмәгән серҙәре күп шул...

(А. Хәйбуллин фотоһы).

ЫҒЫШМА ТАҒЫ ЮҒАЛҒАН...
ЫҒЫШМА ТАҒЫ ЮҒАЛҒАН...
ЫҒЫШМА ТАҒЫ ЮҒАЛҒАН...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: