Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
17 Сентябрь 2022, 10:00

Ер-һыуыбыҙ халыҡ атағанса аталһын

Тиҙләнеш һәм фәнни-техник прогресс осоронда йәшәйбеҙ. Ер шарындағы ғына түгел, кесе Ватаныбыҙҙағы ваҡиғалар ҙа күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә бара.Әммә, нимә генә тиһәк тә, беҙ үҙ асылыбыҙҙы – кемлегебеҙҙе, ниндәйлегебеҙҙе, ер-һыуыбыҙҙы, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы белергә тейеш. Шунһыҙ тәбиғилек, үҙенсәлек, телебеҙ ҙә, мәҙәниәтебеҙ ҙә, боронғо бай тарихыбыҙ ҙа, хатта үҙебеҙ ҙә заман турағысына эләгеп юҡҡа сығыуыбыҙ бар.

Ер-һыуыбыҙ халыҡ атағанса аталһын
Ер-һыуыбыҙ халыҡ атағанса аталһын

Ошо хаҡта һәм тәғәйен “Урал батыр ере” хаҡында “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей комплексы етәксеһе Фәүзил Әлфир улы Маликов менән әңгәмәләштек.

- Фәүзил Әлфир улы, музей-комплекс һәм уны булдырыуҙың төп маҡсаттары хаҡында тәфсилләберәк һөйләп китһәгеҙ ине.
- «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-комплексының төп маҡсаты – Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм ундағы палеолит дәүере һүрәттәрен һаҡлау һәм уларҙы донъяға танытыу.
ЮНЕСКО талабы буйынса Морат туғайында лабораторияһы, фәнни үҙәге булған «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы төҙөлдө. Был музей ҙа - беҙҙең ҡарамаҡта.
Бынан тыш, ойошма алдында мәмерйәнән тыш, уның эргә-тирәһен дә һаҡлау бурысы ҡуйылған. Бының өсөн Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән мәмерйә биләмәһен, Шүлгән йылғаһы бассейнын үҙ эсенә алған «Урал батыр ере» иҫтәлекле урыны булдырылды.
Мәмерйәне генә түгел, «Урал батыр ере» иҫтәлекле урынын да өйрәнергә, һаҡларға кәрәк. Уның биләмәһенә мәмерйә, уның эргә-тирәһе, Йылҡысыҡҡан, Ығышма һәм башҡа карст күлдәре, Аҡбулаттан башлап Ғәҙелгәрәй ауылына тиклемге биләмә, йәғни Шүлгән йылғаһы бассейны инә. Уның бер ни тиклем өлөшө тәбиғәт ҡурсаулығы, яҡындағы заказниктар биләмәһе менән дә тап килә. Мәмерйәгә Шүлгән йылғаһының йоғонтоһо ҙур. Шуға күрә йылғаның таҙа булыуы шарт.
«Урал батыр ере»нә 18 мәҙәни (археологик) мираҫ объекты, эреле-ваҡлы әллә күпме мәмерйә инә. Уларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.


- Беҙҙең Бөрйән ерлегендәге ошо баһалап бөткөһөҙ тәбиғәт һәйкәле булған объекттарҙы, рухи мираҫыбыҙҙың нигеҙ ташы, этәргесе булған биләмәләрҙе кемдәр өйрәнә һәм өйрәнәсәк һуң?
- Бөрйән ерендә үҙебеҙҙең белгестәр ҙә, беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткән Рәсәй ғалимдары ла эшләй, мәмерйәләрҙе, Шүлгәнташтың эргә-тирәһен өйрәнә.
Мәҫәлән, палеолит дәүерен өйрәнеүсе ғалим Вячеслав Котов командаһы менән һуңғы йылдарҙа Жемчужная мәмерйәһендә эшләй.
Ығышма, Йылҡысыҡҡан, Олокүл, Фатима кеүек бер нисә карст күлдәре барлығы билдәле. Ошо күлдәрҙе өйрәнгән ғалимдар бер күлде ғилми хеҙмәттә “Заросшее” тип күрһәткән.
Хәтерләүем буйынса, Бөрйәндә Сказка, Жемчужная, Виктория, Ташкеләт, Космонавтов (Күлйорттамаҡ), Сумған (Ожиганова) һәм башҡа мәмерйәләр бар.


- Аңлауымса, рус атамалары рус ғалимдары тарафынан ҡулланылышҡа индерелгән. Әммә ғилми яҡтан тикшереүгә тиклем үк был тәбиғәт ҡомартҡыларының атамалары булғандыр бит?

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 37-се һанында уҡығыҙ.

Ер-һыуыбыҙ халыҡ атағанса аталһын
Ер-һыуыбыҙ халыҡ атағанса аталһын
Ер-һыуыбыҙ халыҡ атағанса аталһын
Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: