Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
11 Август 2022, 10:50

Ҡырағай бал ҡорттарының да иҫәбен алалар икән...

Аһ, уларҙы нисек иҫәпләйҙәр икән, тиһегеҙме? Хәтәр ҡыҙыҡ икән шул... Бер яҡтан - романтика, икенсе яҡтан – бик ҙур хеҙмәт...

Ҡырағай бал ҡорттарының да иҫәбен алалар икән...
Ҡырағай бал ҡорттарының да иҫәбен алалар икән...

-Июлдең 7-һенән 15-енә тиклем “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының урмандарында һәм болондарында шыма көпшә (дягиль) һәм болон ленталары үҫкән линияларҙа ҡырағай бал ҡорттарының иҫәбен алыу үткәрелгән.

Бындай иҫәп шыма көпшә сәскәһендә йыл һайын алына. Быйылғы иҫәп алыуҙа 16 кеше ҡатнашты. 2500 самаһы үҫемлек тикшерелде. Уларҙа 1900 бал ҡорто асыҡланды. Р. Ғәлин менән М. Әзекәевтар тарафынан айырыуса Баҙрашбаш тигән ерҙәге шыма көпшәләрҙә бал ҡорттары күп иҫәпкә алынған - 100 шыма көпшәлә 500-ҙән артыҡ бал ҡорто иҫәпләгәндәр.

Бындай “муллыҡ” элек теркәлгәне булмаған. Бал ҡортонан тыш, шыма көпшәлә башҡа бөжәктәр ҙә бихисап. Урман ҡандалалары, һағыҙаҡтар, себендәр һәм ҡуңыҙҙар айырыуса күп осрай.

Иҫәп алыу материалдары бик уйлап анализлауҙы талап итә. Был күрһәткестәр “Башҡорт Уралы”комплекслы биосфера резерватындағы урмандарҙағы тәбиғи ағас ҡыуыштарында ҡырағай бал ҡорттары 1 квадрат метрға 0,1-3 бөртөк тығыҙлығында тура килә тигән һүҙ, - тип хәбәр итә ҡурсаулыҡтың өлкән фәнни хеҙмәткәре Илдус Нурмөхәмәтов..

Ҡырағай бал ҡорттарының да иҫәбен алалар икән...
Ҡырағай бал ҡорттарының да иҫәбен алалар икән...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: