+16 °С
Болотло
Ярты стакан тирәһе ҡайнатма (варенье) алырға. Шуға ярты сәй ҡалағы бор кислотаһы, бер балғалаҡ икмәк сүпрәһе өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Ошо массаны йәйпәк һауытҡа һылап (тәрилкә, сынаяҡ аҫты һ.б.), ҡырмыҫҡалар йыш күренгән урынға ҡуйырға ғына ҡала.
Улар шәрбәткә бик шатланып ташланасаҡ һәм бер аҙ ваҡыттан юҡҡа сыға башлаясаҡтар. Сүпрә менән бор кислотаһы ҡатнашмаһы ҡырмыҫҡаларға үлемесле тәьҫир итә.
1-3 аҙнанан баҡсағыҙҙан бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ, тип хәбәр итә интернет. Һәр хәлдә ҡулланып ҡарарға кәрәк. Зыянлы ҡатнашма түгел бит.