Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
27 Май 2022, 16:35

Юл буйҙары таҙартылды

Бөгөн “Таң” редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә сираттағы “Таҙа юл сите” экологик акцияһы сиктәрендә өмәгә сыҡты.

Юл буйҙары таҙартылды
Юл буйҙары таҙартылды

Иҫке Собханғол – Белорет автомобиль юлы буйҙарын ҡыйҙан таҙартыу маҡсатында йыш ҡына өмәләр ойошторола. Быйыл ул 28 апрелдән 27 майға тиклем үтте.

Бөгөн “Таң” редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә сираттағы “Таҙа юл сите” экологик өмәһенә сыҡты. Был юлы Нәби һәм Яңы Монасип туҡталыштары араһындағы юл буйҙары тәртипкә килтерелде.

Көндәрҙең йылы тороуын файҙаланып, экологик өмәлә башҡа ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Юл буйҙарын сүп-сарҙан таҙалау эшен әүҙем башҡарҙылар.

Юл буйҙары таҙартылды
Юл буйҙары таҙартылды
Юл буйҙары таҙартылды
Юл буйҙары таҙартылды
Юл буйҙары таҙартылды
Юл буйҙары таҙартылды
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: