Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
19 Май 2022, 12:05

Ҡайындың шифаһын ҡулланып ҡалайыҡ

Ҡайын бөрөһөнөң, йәш япрағының шифаһы хаҡында халыҡ әүәлдән белгән һәм ҡулланған. Мәҫәлән, быуындары һыҙлап яфаланғандарҙы ҡайындың май япрағына төрөр булғандар. Май япрағын июндең 14-енә тиклем алырға була. Ә япраҡҡа нисек урағандар һуң, тиһегеҙме?

Ҡайындың шифаһын ҡулланып ҡалайыҡ
Ҡайындың шифаһын ҡулланып ҡалайыҡ

Ҡайындың япраҡтарын тиреп алып бер сепрәккә ҡалын итеп һалырға һәм аяҡты (быуынды) шуның өҫтөнә һалып, яҡшылап урарға кәрәк. Тышынан полиэтилен менән дә урап ҡуйһаң, йылынып, аяҡ тирләп китә, япраҡтар үҙҙәренең шифаһын тәнгә биреп, сирҙе, киреһенсә, һуралар.

Ҡайын еләге бешә башлаһа, ҡайын япрағы ҡата, ти ололар.

Йәш ҡайын япрағын балауыҙлы (йәбешкәк) сағында йыйып алып киптереп, шешенеүҙән, организмды төрлө бысыраҡтарҙан таҙартыу өсөн дә файҙаланалар, бөйөр, бауыр сирҙәре булғанда ҡулланалар. Тик саманы оноторға ярамай.
Ун-ун биш япраҡты һауытҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтеп ултыртып торорға кәрәк. Һыуына төшкәс, уны өс тапҡыр бүлеп ҡабул итергә кәңәш бирәләр. Ай буйы эскәндә, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.

Ҡайын япрағын ботағы менән ҡуша йыйып, миндек итеп бәйләп, еләҫ урында киптереп, үҙегеҙ теләгән ваҡытта ҡуллана алаһығыҙ.
Май миндегенә мәтрүш ҡушып бәйләп, мунса төшкәндә ауыртҡан урындарҙы сабырға ла була. Мунсаға иҫ китмәле тәмле еҫ тә тарала.

Ҡыҫҡаһы, төйәгебеҙҙәге һәр үҫемлек, ағас тиерлек файҙалы, шифалы. Тик мәлен һәм самаһын белеп ҡулланайыҡ.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: