Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
17 Май 2022, 11:00

Төп бурыс – урмандарҙы янғындан һаҡлау

Янғын хәүефе икеләтә көсәйгән йәйге осорҙа урман янғындары һаны арта. Улар халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы йәки тәбиғи сәбәптәр арҡаһында сығырға мөмкин.

Төп бурыс –  урмандарҙы янғындан һаҡлау
Төп бурыс – урмандарҙы янғындан һаҡлау

Урман янғындарының барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының шәхси составын әҙерләү һәм урман янғындарын һүндереү буйынса башҡа айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре менән берлектә эшләү маҡсатын күҙаллап, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында ҡурсаулыҡ директоры А. Бейембәтов ҡатнашлығында кәңәшмә үтте.
Кәңәшмәлә төрлө ойошма һәм ҡурсаулыҡ вәкилдәре урман янғындарын булдырмау өсөн алып барылған эшмәкәрлектәре хаҡында сығыш яһаны.

Сараның практик өлөшө Һарғая ауылы янындағы урман биләмәһендә ойошторолдо.

Ведомстволарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүен ойоштороу, янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәренең оҫталыҡтарын ҡарау маҡсатында үткәрелгән күнекмәләрҙә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы, милли парк, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, урман хужалығы, район хакимиәте, Бөрйән районы ирекле янғын һүндереү дружинаһы, “Алтын солоҡ” заказнигы ҡатнашты. Уларҙың янғынға ҡаршы техникалары һәм саралары тикшерелде, хәүефле хәл осрағында шәхси составтың әҙерлеге баһаланды.

Янғын һүндереү буйынса уҡыуҙарға 62 ҡатнашыусы һәм 22 берәмек техника йәлеп ителде. Шул иҫәптән Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының шәхси составындағы 30 хеҙмәткәре һәм 15 берәмек техникаһы ҡатнашты.

 

Төп бурыс –  урмандарҙы янғындан һаҡлау
Төп бурыс –  урмандарҙы янғындан һаҡлау
Төп бурыс – урмандарҙы янғындан һаҡлау
Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: