Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
16 Май 2022, 17:00

Янғынға ҡаршы махсус режим

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 29 апрелендәге 399-сы бойороғона ярашлы, урман фонды биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде.

Янғынға ҡаршы махсус режим
Янғынға ҡаршы махсус режим

Хөрмәтле Иҫке Собханғол ауылы һәм Бөрйән районы халҡы!
Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2022 йылдың 29 апрелендәге бойороғона ярашлы, республика биләмәһендә 2022 йылдың 1 майынан махсус бойороҡҡа тиклем янғынға ҡаршы режим индерелгәнлеге тураһында хәбәр итә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 29 апрелендәге 399-сы бойороғона ярашлы, урман фонды биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде.


Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда запас, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге, урман фонды ерҙәрендә, йылға һәм күл зоналарында, юл буйҙарында, ҡала һәм ауыл биләмәләре, баҡсасылыҡ ширҡәттәре сиктәрендә, ойошмалар биләмәләрендә һәм сүплектәрҙә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында усаҡ яғыу һәм янғын хәүефе эштәрен үткәреү тыйыла.


Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу, ошо Кодекстың 8.32 һәм 11.16-сы статьялары һәм ошо статьяның 6, 6.1 һәм 7-се бүлектәрендә күрһәтелгән осраҡтарҙан тыш, янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында административ штраф һалыуға килтерә:


-граждандарға - ике меңдән дүрт мең һумға тиклем;


-вазифалы кешеләргә - ун биш меңдән утыҙ мең һумға тиклем;


-юридик шәхес булып теркәлмәгән эшҡыуарҙарға - утыҙ меңдән ҡырҡ мең һумға тиклем;


-юридик шәхестәргә - ике йөҙ меңдән дүрт йөҙ мең һумға тиклем.

Автор:И. Саттаров, бүлек начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры.
Читайте нас: