Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
20 Апрель 2022, 10:15

УРАМДАРҘА ТӘРТИП БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ

Ер ҡарҙан асылды. Тимәк, донъябыҙҙы таҙалап алырға кәрәк тигән һүҙ. Тик был “кәрәк”те барыбыҙ ҙа аңлаймы? Әлеге көндә административ комиссия таҙалыҡты тикшерә башланы. Уның һөҙөмтәһе нимә күрһәтте?

УРАМДАРҘА ТӘРТИП БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ
УРАМДАРҘА ТӘРТИП БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ

Хөрмәтле райондаштар! Яҙ үҙ көсөнә инде, ауыл эсендә ҡар бөттө. Урамдарҙа, йорт-ҡура тирәһендә таҙартыу эштәре ваҡыты. Әммә күп кенә хужалар был эштәргә тотонмаған әле. Район үҙәгендә, башҡа ауылдарҙа ла урамда, шәхси йә арендала булған ер участогының тышында төҙөлөш материалдары (таҡта, бүрәнә, ҡом һ.б.), сүп-сар, утын, металлолом, төҙөк булмаған техника, запас частәр һ.б. бар. Ә был тыйылған, йәғни урам тап-таҙа булырға тейеш, шулай уҡ автомобилдәр йөрөмәһен тип таш, бүрәнә һалыу тыйыла.

Төҙөлөш эштәре барғанда ғына ауыл биләмәһе хакимиәте рөхсәте менән материалдарҙы ваҡытлыса урынлаштырыу ҡаралған. Мәҫәлән, Иҫке Монасип ауыл биләмәһенда 14 көнгә тиклем ваҡытҡа.

Әлеге көндә административ комиссия район үҙәгендә таҙалыҡты тикшерә. Ағиҙел ҡасабаһын йөрөп сығылды. Күптәр йорт алдарын таҙартҡандар, әммә уларҙың эшен таҙалыҡ эштәрен атҡармағандар боҙоп тора. Йорт алдарына сүп-сар, утын, таҡта, бүрәнә һалғандар күп.

1 майға тиклем урамдарҙы, йорт алдарын таҙартып ҡуяйыҡ, таҡта, бүрәнәләрҙе алайыҡ. Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар, учреждение, предприятиеләр хужаларының иғтибарына: биналар алды таҙа булырға, урналар урынлаштырылырға тейеш, уларҙы көн һайын таҙартып торорға кәрәк.

 Күп кенә магазин хужалары урналар булыу тураһында иҫкәртелде, әле өс хужа урналар булмау, сүп-сар өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылыу өҫтөндә. Урналар төрлө формала, кәкереләре лә бар, буялғандары һирәк.
Административ яуаплылыҡ тураһында ла әйтеп үтер кәрәк: төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙғандарға ҡарата өс мең һумға тиклем штраф ҡаралған, юридик шәхестәргә - 30 меңгә тиклем.

Ғәлләм Айытбаев.

Автор:
Читайте нас: