+7 °С
Болотло
Хәбәр итеүҙәренсә, 90 ихатаны, 45 шәхси йортто һыу баҫа. 103 кеше, шул иҫәптән 18 бала эвакуациялана.
Ауыл мәктәбе ваҡытлыса тораҡҡа әйләнә, унда 50 кеше урынлаштырыла. Башҡалар туғандарына китә.
Зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Мөмкин тиклем мал да ситкә сығарыла.
Хәтерегеҙҙә булһа, ғәбдүктәр 2013 йылда ла ошондайыраҡ бәләгә дусар булғайны.
Йылғалар асылыу өҫтөндә. Барыбыҙ ҙа һаҡ булайыҡ. Ташҡын оло бәләләр алып килмәһен инде.
(Фото һәм мәғлүмәттәр интернет селтәренән алынды).