+7 °С
Болотло
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы 10 көндә Башҡортостанға йылы һауа массалары үтеп инә, көндәрҙең йәйгесә тиерлек йылы булыуы көтөлә.
Дүшәмбе, 4 апрелдә, республиканың үҙәк райондарында 12 градусҡа тиклем йылыта. Һуңынан бер аҙ һыуыта, ләкин 8 апрелдә көндөҙ һауа температураһы +13 градусҡаса йылына. Алдағы көндәрҙә Өфөлә 19 градусҡаса йылы көтөлә, был климат нормаһынан юғарыраҡ.
Елдең тиҙлеге — секундына 19 метрға тиклем, яуым-төшөмдөң күп булыуы көтөлмәй.
Иң мөһиме, донъялар имен булһын, ташҡын бәлә-ҡазаһыҙ үтһен.