Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
24 Ғинуар 2022, 09:45

“ҠАР КЕШЕҺЕ” БАРМЫ БЕҘҘӘ?

...Саңға батыра баҫҡан – эҙе асыҡ ҡына булып ярылып ята ине. Айыуҙыҡы түгел, уныҡын күргән бар бит инде. Шуныһы ҡыҙыҡ – алты бармаҡ эҙе асыҡ күренә. Айыуҙың бармаҡтары бишәү була, тырнаҡ эҙе ҡала. Ә бында тырнаҡ эҙе юҡ. Ә аҙымы, ике аяҡтың араһы була инде, 2 метр тирәһе...

“ҠАР КЕШЕҺЕ” БАРМЫ БЕҘҘӘ?
“ҠАР КЕШЕҺЕ” БАРМЫ БЕҘҘӘ?

“Ҡар кешеһе” хаҡында халыҡ араһында әллә күпме имеш-мимештәр йөрөй, ваҡыты-ваҡыты менән матбуғатта, интернет селтәрендә лә мәғлүмәттәр күренеп ҡала. Яңыраҡ тағы бер шундай мәғлүмәткә осраным һәм үҙебеҙҙә лә шуға оҡшаш хәлдәргә шаһит булыусылар барлығы иҫемә төштө.

“Ҡар кешеһе” бармы, юҡмы? Эйе, берәү ҙә теүәл генә яуап бирә алмай.
Хәтерегеҙҙәлер, Иҫке Монасиптан Заһир ағай Дәүләтбирҙин ике тиҫтә йылдар самаһы элек “Таң”гәзитендә был ғифриттәрҙең беҙҙең яҡтарҙа ла кешеләргә осраштырғылағаны хаҡында яҙып сыҡҡайны (әгәр ҡыҙыҡ тип тапһағыҙ, ул мәҡәләне лә һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итербеҙ).

Район үҙәгендә йәшәгән Әҡсән ағай Байморатов (хәҙер мәрхүм инде) бер мәл үҙе шаһит булған ваҡиғаларҙы һөйләгәйне. Шуға нигеҙләнеп, “Ҡар кешеһе” бармы беҙҙә”  тигән мәҡәлә лә яҙғайным. Бына нимәләР һөйләгәйне Әҡсән ағай.

-2001 йылда булды быныһы. Балалар менән Бастан тигән ерҙә бесән эшләп ята инек. Ул ер Йылайыр районы биләмәһе сигендә. Көн кискә ауышҡан мәл. Фәнис улым бер йөк бесән тейәп ауылға ҡайтып китте. Ҡыҙҙарыбыҙ Фәнүзә менән Миңзәлә (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүмә булып ҡалды) бакуйҙарҙы йыйып йөрөйҙәр, кейәүҙәр күбәләп бара. Мин арттан күбәләрҙе рәтләп киләм. Шул ваҡыт урман эсендә ағасҡа доңғорлатҡансы һуҡтылар, хатта аяҡ аҫтындағы ер һелкенеп китте. Ҡыҙҙар, ҡурҡышып, йүгереп килделәр. Мин, айыу йөрөйҙөр ул, тигән булып тынысландырҙым тегеләрҙе.
Беҙ тимер будкала йоҡлап йөрөй инек. Төндә шуға килтереп һуғып китте.
Быйыл (2003 йыл) ул “дуҫ” йәнә үҙенең барлығын белдереп алды. Шул Бастан яғындағы Һорлат тигән ергә бесәнгә барғайныҡ. Йоҡлап сабабыҙ. Балалар торғансы, иртәрәк салғыларҙы сүкештереп ҡуяйым, тип мин иртәнге алтынан тороп сыҡһам, йәнә урман эсендә ағасҡа һуҡты. Шунан икенсе яҡҡараҡ - тау яғына барып яман итеп ҡысҡырҙы, - тип һөйләне Әҡсән ағай.
-Айыу булманымы икән? – тип ҡыҙыҡһындым.
-Урманда күп йөрөгәс, беләм, был айыу тауышы ла, бүтән берәй беҙгә таныш януар тауышы ла түгел ине. Айыу, ғәҙәттә, йә һайыҫҡан булыш шиҡырыҡлай, йә эт булып өрә. Улар, ғәҙәттә, талашҡанда ғына үкерә. Был ҡот осҡос көслө тауыш ине, ныҡ ҡалын тауыш. Хатта урман бер гилке яңғырап торҙо. Будкала йоҡлап ятҡан кейәүҙәр ҙә ишеткән.
2001 йылда Берлектән дә берәү, Мәсемдә һунарсылар ҡар өҫтөндә яман ҙур эҙ күреп ҡайтҡандар, тип һөйләп торғайны. Минең уйымса, “ҡар кешеһе” бар ул беҙҙең урмандарҙа.
Әҡсән ағайҙың улы Фәнис тә ошо фекерҙә. Уның дәлилдәре лә бик ҡыҙыҡлы.
Фәнис еҙнәһе менән Бастанға бесән тейәргә баралар. Шунда улар бик елле эҙҙәргә юлығалар.
-Саңға батыра баҫҡан – эҙе асыҡ ҡына булып ярылып ята ине. Айыуҙыҡы түгел, уныҡын күргән бар бит инде.
Шуныһы ҡыҙыҡ – алты бармаҡ эҙе асыҡ күренә. Айыуҙың бармаҡтары бишәү була, тырнаҡ эҙе ҡала. Ә бында тырнаҡ эҙе юҡ. Ә аҙымы, ике аяҡтың араһы була инде, 2 метр тирәһе, - тип һөйләне Фәнис.
Тимәк, беҙҙең урмандарҙа ла билдәһеҙ йән эйәһе бар, тиергә нигеҙ бирә һымаҡ был дәлилдәр.... Урман эйәһе хаҡындағы хәбәрҙәр ҙә, бәлки, шунан килеп сыҡҡандыр.
Мәскәүҙә нәшер ителеүсе “Свет” (“Природа и человек”) журналында баҫылған “ҡар кешеһе” хаҡындағы мәҡәлә Байморатовтар күргәндәргә ауаздаш. Мәҡәләнең авторы Александр Николаевич Ванышев үҙенең 12 йәшлек сағында, аслыҡтан ризыҡ эҙләп йөрөп, “ҡар кешеһе”нә тап булыуы, уның әсирлегендә бер нисә ай йәшәүе тураһында бәйән итә.
Был ғифриттең ике метр ярымдан ҙурыраҡ булыуы, тәне һорғолт йөн менән ҡапланған булыуы хаҡында әйтелә. Ул кеше һымаҡ ике аяғында йөрөй, ти автор. ”Табандарының размерын һүрәтләп кенә бирерлек түгел – шул тиклем ҙурҙар, ә тауышы тамаҡ төбөнән сыға, үкереү һымаҡ”, тип яҙа. Уның тауышын ишеткән кешенең ҡото осоуы шикһеҙ, тип билдәләй.
Эйе, тәбиғәт мәңге асылып бөтмәҫ серҙәр донъяһы. Ә теге ғифриттең, әгәр ысын булһа, беҙҙең урмандарҙа йәшәп тә кешегә артыҡ осрамауы уның яуыз түгеллегенә ишара һымаҡ. Ләкин урманда йөрөгәндә беребеҙгә лә осрамаһын инде ул. Шулай бит.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: