Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
20 Ғинуар 2022, 15:25

Ағиҙел шулай башлана...

Был һүрәттә ниндәй шишмә төшөрөлгән икән, тиһегеҙме? Ҙур юлдар ҙа һуҡмаҡтан башланған кеүек, йылғалар ҙа ошондай инештәрҙән баш ала. Ә был һүрәттә районыбыҙ биҙәге булған Ағиҙелдең баш алған урыны төшөрөлгән.

Ағиҙел шулай башлана...
Ағиҙел шулай башлана...

Ул Ирәмәл тауы тирәһенән башлана.

Ағиҙелебеҙҙең Оҙонлоғо — 1430 км, бассейнының майҙаны — 141900 км2. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәл тауы тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙматлы үҙәндәрҙән үтә, Тирлән ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. БелоретБөрйән райондары аша  Урал тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

Йылға тамағынан Өфөгә тиклем суднолар даими, Мәләүез пристаненә хәтлем өҙөклөк менән йөрөй.

Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлатып торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, БелоретМәләүезСалауатИшембайСтәрлетамаҡӨфөБлаговещенБөрөДүртөйлөАғиҙел ҡалалары урынлашҡан.

(“Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөндәге фото һәм википедия мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Автор:
Читайте нас: