Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
18 Ноябрь 2021, 09:50

Ағас башындағы айыу

Бына беҙгә ҡарай ҡар ярып айыу сабып килә. Ырғыған һайын ялбыр йөндәре лә ялбырлай, яртылаш асылған ауыҙҙан үткер тештәр күренә, һәлберәп килгән телдән һеләгәйҙәр аға, асыу тулы ҡып-ҡыҙыл күҙҙәре беҙгә төбәлгән. Беҙ бер мәлгә албырғап ҡалабыҙ. Ул шул арала беҙгә килеп етә һәм алда барған Басирҙы бер һелтәүҙә алып ташлай. Шунан миңә ташлана.

Ағас башындағы айыу
Ағас башындағы айыу

Һәр кем үҙ уйына батып һалмаҡ ҡына урман буйлап китеп барабыҙ. Ара-тирә һайраған ҡош-ҡортто иҫәпкә алмағанда, урманда тынлыҡ. Тәбиғәт әле уянып етмәй, көндөҙ йылы булһа ла, төндәрен һыуыҡ шул. Шул саҡ Басирҙың асырғанып ҡысҡырып ебәреүе мине һиҫкәндереп ебәрҙе.
- Айыу, айыу!
Өҫтәл артында ултырған мәлдә генә айыу һүҙен ишетеүе күңелле бит ул. Ә бына урманда был хәл бөтөнләй икенсе төҫ ала. Берҙән, күңелде шунда уҡ ҡурҡыу тойғоһо солғай. Икенсенән, баштан, аптырарһың, йәшен тиҙлегендә бер-береһенән ҡурҡынысыраҡ хәл-ваҡиғалар үтеп китә. Минең мейелә лә ошондай күренеш хасил булды. Бына беҙгә ҡарай ҡар ярып айыу сабып килә. Ырғыған һайын ялбыр йөндәре лә ялбырлай, яртылаш асылған ауыҙҙан үткер тештәр күренә, һәлберәп килгән телдән һеләгәйҙәр аға, асыу тулы ҡып-ҡыҙыл күҙҙәре беҙгә төбәлгән. Беҙ бер мәлгә албырғап ҡалабыҙ. Ул шул арала беҙгә килеп етә һәм алда барған Басирҙы бер һелтәүҙә алып ташлай. Шунан миңә ташлана. Мин нисектер ялтанып ҡалам һәм бар көсөмә уның арҡаһына тибәм. Тибеү шул хәтлем көслө була, хатта айыу ҡапыл ғына туҡтай алмай һәм ҡаҡ маңлайы менән ҡарағайға барып төкөй. Асыуынан ни эшләргә белмәгән хайуан (бындай ваҡытта уны ололап, урман хужаһы, тип тормайһың инде) маңлайын ыуа-ыуа беҙгә ҡарай әйләнә. Ә беҙ – уже тю-тю, юҡ! Басир менән мин әллә ҡасан инде ағас башында ултырабыҙ. Ҡайһы арала менеп өлгөргәнбеҙҙер, этем генә белһен!
Мейелә ошондай күренеш ҡайнай, ә бына күҙҙәр айыуҙы эҙләй.
- Ҡайҙа айыу, ҡайҙа?
Басирҙың күңелле тауышы мине бер аҙға ғына аптырауға һала.
- Ағас башында!
Әллә шаярта инде Басир, әммә был һүҙҙәр күңелгә май булып яғыла. Ә инде ҡурҡыу тойғоһо шунда уҡ ҡыҙыҡһыныу менән алышына. Хатта минең ”батыр” башҡа, минән ҡурҡып менеп китмәнеме икән был айыу ағас башына, тигән ”батыр” уйҙар ҙа килеп ҡуя. Бар иғтибар менән тирә-йүнде байҡайым, әммә айыуҙы күреп булмай ҙа ҡуя. Ахырыһы, һорай ҡуям.
- Ҡайһы ағас башында!
Басир ипләп кенә бармағы менән төртөп күрһәтә. Мин башты ул күрһәткән яҡҡа борам һәм... аптырап ҡалам. Бына һиңә, мә! Ысынлап та, ҡайын олонона йәбешеп алған айыу беҙгә ҡарап ултыра!
Минең аптырауҙы бер аҙ күҙәтеп торғас, Басир ихлас көлөп ебәрҙе.
- Ҡайын ороһо бит ул. Үҙең уйлап ҡара, был ваҡытта ниндәй айыу ағас башында ултырһын инде. Яҙ башында ағас ботағында һайрап ултырырға ул һиңә сыйырсыҡ-һандуғас түгел дә инде.
Ә мин шул арала тағы бер тапҡыр ”айыуға” күҙ һалам. Һуйып ҡаплаған һымаҡ оҡшаған шул ошо ҡайын ороһо тере айыуға. Хатта, ярай әле яңғыҙ саҡта осраманы был ”айыу”, тип ҡыуанып та ҡуйҙым шул саҡ.

Ағас башындағы айыу
Ағас башындағы айыу
Автор:Ә. Шәрипов
Читайте нас: