Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
26 Октябрь 2021, 15:00

Йылға буйҙарыбыҙ таҙа булһын

Урыны менән ҙур-ҙур ҡый түгеү урындарына ла юлыҡтыҡ. Йәмғеһе 30 тоҡ сүп-сар йыйып алдыҡ.

Йылға буйҙарыбыҙ таҙа булһын
Йылға буйҙарыбыҙ таҙа булһын

Урыны менән ҙур-ҙур ҡый түгеү урындарына ла юлыҡтыҡ. Йәмғеһе 30 тоҡ сүп-сар йыйып алдыҡ.

Ырғыҙлы ауылы йылға-шишмәләргә бай яҡ. Ырғыҙлы, Алтынбей, Бәләкәй йылғаларҙың буйҙарын беҙ һәр саҡ таҙалыҡта тоторға тырышабыҙ.
Ауылдаштар, туристар йылға буйҙарында ял итергә яратһалар ҙа, күптәре үҙҙәренең арттарынан сүп-сарҙарын йыймайҙар. Һөҙөмтәлә, көҙгә ҡарай йылға буйҙары буш шешәләр, пластик пакеттар, ҡағыҙҙар менән тула.


Ырғыҙлы урмансылығы хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә ауыл буйлап сүп-сар йыялар, һыу буйҙарын таҙарталар.


Һауа торошо күҙаллауы тиҙҙән ямғырҙар көтөлә, тип вәғәҙәләгәс, был юлы оҙаҡҡа һуҙмай ғына, төркөмдәргә бүленеп, экологик өмәгә сығып киттек. Урыны менән ҙур-ҙур ҡый түгеү урындарына ла юлыҡтыҡ. Йәмғеһе 30 тоҡ сүп-сар йыйып алдыҡ.


Ырғыҙлы йылғаһы ауыл буйлап аға. Үкенескә күрә, бәғзе бер ауылдаштар ҡыйҙарын йылғаға яҡын ергә ауҙаралар. Һыуҙы ғына түгел, ә тирә-яҡ матурлыҡты боҙоуҙары хаҡында уйлап та бирмәй улар.


Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа йылға буйҙарындағы сүп-сар кәмей төштө. Күрәһең, “Башҡортостан” милли паркы ойошторған, тәбиғәтте һаҡлау буйынса үткәрелгән күп һанлы акциялар, конкурстар, өмәләр бушҡа булмаған.

Йылға буйҙарыбыҙ таҙа булһын
Йылға буйҙарыбыҙ таҙа булһын
Автор:Г. Хәкимова.
Читайте нас: