Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
15 Октябрь 2021, 13:00

Ҡондоҙҙар эше түгел был

Күлдең төбөндәге ағастарға ҡағылышлы бер кәлимә һүҙем бар.

Ҡондоҙҙар эше түгел был
Ҡондоҙҙар эше түгел был

Күлдең төбөндәге ағастарға ҡағылышлы бер кәлимә һүҙем бар.

Һүҙем Ығышма күле тураһында. Был күлдең юғалыуы тәүге тапҡыр ғына түгел. Уның 1975 йылда юҡҡа сыҡҡанын да күрергә тура килгәйне. Ул мәлдә күл киләһе яҙына ғына тулғайны. Ә был юлы яйлап тула ла башланы инде.


Тик минең төп һүҙем күлдең юғалып-тулыуына бәйле түгел. Күлдең төбөндәге ағастарға ҡағылышлы бер кәлимә һүҙем бар.

Ығышманың юҡҡа сығыуына арналған мәҡәләлә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре шул ағастарҙы ҡондоҙҙар кимереп, батырған, тигән фекер белдерә. Ә мин был фекер менән килешмәйем. Сөнки ул күлдең ситендә ҡондоҙҙар йығып, һыуға батырырлыҡ улай күп ағас үҫкәне булманы. Был - беренсенән. Икенсенән, ул ағастарҙа кеше эшмәкәрлеге төҫмөрләнә: балта, бысҡы эҙҙәрен күрергә була.


Бынан 15 йылдар элек шул тирәлә юл киңәйтелде. Юл тирәһенә тура килгән ағастарҙы ҡырҡып, утын-фәләнгә ярарҙайын машиналарға тейәп алып киттеләр. Ҡалғанын, күрәһең, аҙағыраҡ алырға, типтер, штабелгә һалдылар. Ул ағастар 2 йыл тирәһе ятты шулай. Алып китергә теләүсенең ваҡыты булманымы, техникаһымы – уныһы миңә ҡараңғы. Ваҡыт үтеү менән теге ҡырҡылған ҡайындар бурһыны, утынға ла бармаҫлыҡ хәлгә килде. Тәбиғәтте йәмһеҙләп, бурһып ятҡан ағастарҙы юҡ итергә тигән бойороҡ булғандыр инде. Нисек юҡ итергә кәрәклеге әйтелгәнме-юҡмы, уныһын да әйтә алмайым, иллә-мәгәр бульдозерист “намыҫ менән таҙартып та ҡуйҙы” ул бурһыған ҡайындар ятҡан ерҙе. Нисек, тиһегеҙме? Баяғы штабелдә ятҡан ағастарҙы бульдозеры менән Ығышма күленә ышырҙы ла төшөрҙө. Һәм – вәссәләм!


Ә ҡондоҙҙар ысынлап та булды әүәле ул тирәлә. Тик Ығышмала түгел. Ығышмаға юл аша ҡаршы яҡта ятҡан Йылҡысыҡҡан күлендә булды улар. Ашарға база булмағас, аҙаҡ яйлап Шүлгән буйына күсеп бөттөләр.


Мин был күл буйынса шуны әйтергә теләйем: әүҙем йәштәр, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр араһында теге бульдозеристың эше буйынса “хаталар өҫтөндә эш” эшләргә теләүсе табылып, шул күлдәге ағастарҙы сығарып, юҡ итеп булмаҫ инеме икән? Ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, күлдең төбөн әҙерәк тәртипкә килтереп ебәрһәк, һыуы төкөрмәһәк тә тулыр ине...

Автор:Хәсән ЙӘҺҮҘИН. Ғәҙелгәрәй ауылы.
Читайте нас: