Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
17 Сентябрь 2021, 10:05

Паркты һыу баҫмаҫмы?

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Наил Сафин яуап бирә.

Паркты һыу баҫмаҫмы?
Паркты һыу баҫмаҫмы?

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Наил Сафин яуап бирә.

Һорау:
- Ҡыҙылташ, Ҡайынтүш урамдары яғында ял паркы төҙөп йөрөйҙәр. Тик һыуҙы ситкә ебәреү ҡоролмалары эшләмәйҙәр. Ул ерҙе элек-электән һыу баҫа. Өҫкө урамдарҙан да һыу ағып төшә. Ҡоро аҡсаны елгә осороу булалыр, тип уйлайбыҙ беҙ, ололар.


Ҡайынтүш, Ҡыҙылташ урамдарында йәшәүсе ололар.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Наил Сафин яуап бирә:


-“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” (ФКГС) программаһы сиктәрендә 2021 йылға төҙөкләндереү өсөн район халҡы тарафынан Ҡайынтүштәге майҙансыҡ һайланды. Ошоға ярашлы, проект әҙерләнде һәм төҙөкләндереү өсөн аҡса бүленде. Төҙөлөш биләмәһендәге ер 1,5-2 метрға күтәртелде. Әлеге ваҡытта парк тулыһынса төҙөкләндерелеп бөтмәгән. Һыуҙы ситкә ебәреү маҡсатынан биләмә тирәләй канау ҡаҙыласаҡ, - тине Наил Сәлих улы. - Бынан тыш, майҙансыҡта спорт йыһаздары һәм авто ҡаласыҡтар ҡуйыласаҡ.


Ул шулай уҡ парктың ысынлап та кәрәкле урында төҙөлөүе хаҡында белдерҙе. Сөнки ул мәктәп эргәһендә урынлашҡан һәм ауыл халҡы, балалар тарафынан ҙур һорау менән ҡулланыла башлаған да инде. Киләсәктә халыҡтың объекттың ҡәҙерен белеп, боҙмай-ватмай файҙаланыуҙарын теләне.


Хөрмәтле райондаштар, әгәр ҙә һорауҙарығыҙ булһа, редакцияның 8 905 354 44 95 телефон һандары буйынса хәбәр итә алаһығыҙ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: