Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
8 Сентябрь 2021, 10:05

ШҮЛГӘНГӘ КИЛГӘН ТУРИСТАРҘЫҢ РИЗЫҒЫНА КЕМ АЙЫУ МАЙЫ ҺӨРТКӘН?

Шүлгәнгә быйыл ғүмерҙә булмағанса туристар күп килгән. Хәйер, туристар ғына түгел...

ШҮЛГӘНГӘ КИЛГӘН ТУРИСТАРҘЫҢ РИЗЫҒЫНА КЕМ АЙЫУ МАЙЫ ҺӨРТКӘН?
ШҮЛГӘНГӘ КИЛГӘН ТУРИСТАРҘЫҢ РИЗЫҒЫНА КЕМ АЙЫУ МАЙЫ ҺӨРТКӘН?

 “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексында 2021 йылдың ғинуар-август айҙарында 62 668 кеше булып киткән. 2020 йылда был күрһәткес 27 процентҡа, 2019 йылда 52 процентҡа түбәнерәк. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре бының серен Белорет яғын тоташтырған асфальт юлдың төҙөлөп бөтөүе менән бәйләй.

Коронавирусҡа бәйлелер инде, с ил кешеләре булмаған тиерлек. Рәсәйлеләргә лә сит илдәргә сығыу ҡатмарлашты. Ошо шарттарҙа йәй етеү менән кешеләр хәҙер үҙҙәренә яҡыныраҡ урындарҙағы тәбиғәткә һәм матур урындарға ағыла. Шүлгәндә лә шуға Башҡортостан туристарының һаны һиҙелерлек артҡан.

Әгәр 2020 йылда июль айындағы бер тәүлеккә тура килгән уртаса күрһәткес, 2019 йыл менән сағыштырғанда, эш көндәрендә 421 кешенән 541-гә артһа, ял көндәррендә 1118-ҙән 1131-гә күбәйһә, быйылғы йылдың июлендә эш көндәрендә Шүлгәндә көнөнә уртаса 623, ял көндәрендә 1124 кеше булған.

Айыуҙар ҙа “тырышлыҡ” күрһәткән быйыл. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре хатта ҡунаҡ өйҙәре алдында туристарҙың утта ҡыҙҙырылыусы сосискаларына тиклем сәлдереүҙән “оялмаған”. Экскурсия һуҡмаҡтарында ла ҡапыл пәйҙа булыу уларға бер ни тормаған.

Шулай итеп, быйыл Шүлгәнгә ял итергә килеүселәр тағы ла ҙурыраҡ тәьҫораттар менән ҡайтҡан.

(“Бәйләнештә” селтәрендәге “С любовью, Шульган-Таш!” төркөмө мәғлүмәттәре файҙаланылды).

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: