Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
12 Август 2021, 16:44

Һөнәрмәндәр - төп көс

Бөрйән МЧС-тары менән Байғаҙы яғындағы Аҡбейек яғына, 91-се кварталға юлланабыҙ. Водитель Рәзиф Иҫәнгилдиндең үҙенән дә оло ВАЗ-икҡа (1979 йылғы) вуз бөтөп эшкә урынлашҡас өс көн генә эшләп өлгөргән, унан эш сәфәре менән Бөрйән янғындарын һүндерешергә юлланған Әбйәлил егете Азамат Әсфәнйәров та, редакцияның фотокорреспонденты Булат Тимерғәлиев менән мин ултырып алғанбыҙ.

Һөнәрмәндәр - төп көс
Һөнәрмәндәр - төп көс

Бөрйән МЧС-тары менән Байғаҙы яғындағы Аҡбейек яғына, 91-се кварталға юлланабыҙ. Водитель Рәзиф Иҫәнгилдиндең үҙенән дә оло ВАЗ-икҡа (1979 йылғы) вуз бөтөп эшкә урынлашҡас өс көн генә эшләп өлгөргән, унан эш сәфәре менән Бөрйән янғындарын һүндерешергә юлланған Әбйәлил егете Азамат Әсфәнйәров та, редакцияның фотокорреспонденты Булат Тимерғәлиев менән мин ултырып алғанбыҙ.

Теге кинокомедиялағыса, машина – януар,тип Иҫке Собханғол – Байғаҙы тарафтарының күп һанлы боролоштарын һанай-һанай, саңы ятып та өлгөрмәгән юлдың саңын тағы борҡотоп, елдереп ултырабыҙ.
Машинаның да үҙенә күрә холҡо бар – бара-бара ла һүнеп ҡуя. Водитель уның холҡон ятлап алған – көймәй-нитмәй, тыныс ҡына итеп: “ Хәҙер ҡабына ул”, -ти ҙә, үҙе белгән генә юл менән тиҙ ҡабыҙып ала ла – тағы алға.

Байғаҙы юлында бөрйәндәр генә белгән ерҙә телефон тота – шунда туҡтап етәкселәре Шамил Ниғмәт улы Хәкимовҡа хәл-әхеүәлде аңғартып шылтыраталар МЧС егеттәре.
Азамат менән Рәзиф коллегаларына ҙур каниистраларҙа һәм пластик шешәләрҙә эсәр һыу, кәрәк-яраҡ алған.
“ Мәскәүҙәге Ғәҙәтттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт янғынға ҡаршы көрәш академияһын бына яңы бөтөп, Белорет МЧС-ына эшкә урынлаштым. Тәүге эш командировкам – Бөрйәнгә “, -ти эске хеҙмәт лейтенанты Азамат.

Байғаҙы ауылына ингәс, һулға тартып тауға үрмәләйбеҙ. Соҡор-саҡырлы сабынлыҡ юлдарын һикерә-һикерә үтәбеҙ. Ниһайәт, алда ҙур ялан төҫмөрләнә, уның арғы башында аласыҡ та бар. Ғаяндыҡы, сабынлығы ошонда, тип аңлата ошо ауыл кейәүе булған Булат.
Аҡбейек тигәс, мин бейек тау өмөт итеп киләм, баҡтиһәң, ул бейектә урынлашҡан ялан икән. Әллә нисә кеше һыймалы палатка, яғылған усаҡ тирәһендә кешеләр күренгеләй. Ситтәрәк янғын һүндереү машиналары күренә. Киске аш мәле еткән.

“ Беҙ Өфөнән МЧС-тар. Бурысыбыҙ – Бөрйән урмандарындағы янғындарҙы һүндереү. Бында әле 30 кеше иҫәпләнә. Бөгөн төрлө райондарҙан 12 ирекмән килде.
Өс берәмек техника (МЧС-тыҡы – 2, Белорет “ Урман янғындары үҙәге”неке – 1)янғын һүндереүгә йәлеп ителгән, бынан тыш, йомош-юлға Бөрйән районы хакимиәтенең “Нива”һы бар. Егеттәр профессионалдар һәм һәр кем үҙ эшен төптән белә”, -ти Рәсәй МЧС-ының БР буйынса 57-се ПСЧ-ы 22-се ПСО ФПС ГПС ГУ –һы ҡарауылының өлкән начальнигы Мәрүәнов Артур Радик улы.
Әбйәлил МЧС-ынан 4 кеше ( ҡарауыл начальнигы Азамат Дауытов, отделение командиры Даян Усманов, янғын һүндереүсе Айнур Әмиров, Альберт Һырлыбаевтар үҙ эшенең оҫталары. Белорет урмансылары ла бында. Мастер Динар Туҡбаев (“Селена” вәкиле) 31 июлдән бында. Өйгә ҡайтҡаным да юҡ, бөгөн, бәлки , ҡайтып килергә форсат тейер, утты ҡамап алыуға өлгәштек, ти ул. Бөрйән егете, урман һағы буйынса дәүләт инспекторы Венер Татлыбаев та өйөнә юлды онотҡан – янғындан янғынға йөрөйбөҙ, ти ул.Нимә генә тиһәң дә, бөрйәндәр – ер хужалары, ер-һыуҙы, урын –ерҙе һәм урман янғындары менән нисек көрәшергә кәрәклекте елкәһендә күп татыған халыҡ.

Ирекмән мосолман егеттәр Күгәрсен, Мәләүез, Нуриман, Көйөргәҙе райондарынан. “ Үҙ теләгебеҙ менән килдек бында, сөнки ошо ерҙәрҙе беҙгә Аллаһы Тәғәлә аманат итеп биргән – беҙ уны һаҡларға, яҡларға бурыслы.Үҙ техникабыҙ, ризығыбыҙ менән килдек, бында ла һәйбәт ашаталар”, -ти бер тауыштан егеттәр.
Белорет ДРСУ-һы бульдозеры ла килгән ярҙамға. Кисә Баймаҡ, Учалы егеттәре булған. Венер Яубаҫаров 20-ләп ирекмәнде ойоштороп алып килде, тиҙәр.
БР Урман хужалығынан (дәүләт урман һағы) янғын һүндереү машинаһы менән водитель Тимур Сиразиев 6-сы көн Бөрйәндә.

“Бөрйән” ҡулланыусылар кооперативы етәксеһе Айгөл Шәмиғоловаға ҙур рәхмәт – үҙ продуктыһы-ние менән көн һайын ике ашнаҡсыһын ебәрә. Аш-һыу тәмле, ти егеттәр.
Янғын бына-бына һүндерелгән урманға инәбеҙ. Шомло, шөҡәтһеҙ урман ҡаршылай беҙҙе. Янған ағастар елгә ыңғырашып ултырғандай, унда-һанда күкһел көл өйөмө, ҡарайып ауған ағастар, аяғүрә баҫып янғын әфәтен ҡаршылаған ҡарағайҙар, йәшел япраҡтары көйөп ҡаралған ҡайындар – барыһы ла йәл,ҡыҙғаныс... Йөрәк өшөткөс хәлдәр. Шул янған урман эсендә лә бәләкәй генә йәшел бешәләр ялҡын теленән ялманмай имен ҡалған бит әле ул – Аллаһтың рәхмәте...

Шул ике арала район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов килеп етте. Һәр янғын сыҡҡан урынды шәхсән тикшереп, ҡарап йөрөүе.
Уның “Шевроле”һында ярты Бөрйәнде урап тигәндәй,боронғо ата-бабаларҙың арба юлынан - Тимер яғынан урап ҡайтабыҙ.

Элемтә бар ерҙә туҡтап хәл-әхеүәлде урын еренә хәбәр итә, ҡул аҫтындағыларға күрһәтмәләр, бойороҡтар бирә Ғәзиз Миңлеәхмәт улы– яуаплылыҡ ҙур, эш етди.
Күңелде өмөт биләй, барыбер, янғынға ҡаршы ысын профессионалдар, ватансылдар күтәрелгән. Алла бирһә, алдына сығырҙар был афәттең.

Һөнәрмәндәр - төп көс
Һөнәрмәндәр - төп көс
Һөнәрмәндәр - төп көс
Һөнәрмәндәр - төп көс
Һөнәрмәндәр - төп көс
Һөнәрмәндәр - төп көс
Һөнәрмәндәр - төп көс
Һөнәрмәндәр - төп көс
Автор:А.Ғарифуллина
Читайте нас: