Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
11 Июнь 2021, 09:10

СИНОПТИКТАР НИМӘ ВӘҒӘҘӘ ИТӘ?

Әҙәм балаһына ай ҙа, ҡояш та ярамай, тигәндәре дөрөҫ икән шул. Әле генә тыныбыҙ менән һурып алырҙай булып ямғыр көтә инек, хәҙер бәғзе берәүҙәр, надайыл был ямғыр, етер ине инде, ҡоя ла ҡоя, тип мыжый башланы. Киләһе аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә икән, тиһегеҙме? Әйҙәгеҙ сайтҡа!

Шулай инде, иң тәмле нәмәне лә күберәк ашаһаң, ялҡыта башлай бит.
Һөйөнсө! Киләһе аҙнанан йәнә 30 градуслыҡ эҫеләр көтә. Ҡойма ямғырҙар көтөлмәй. Аҙна аҙағына эҫелек 35 градусҡа уҡ етеүе мөмкин.
24 июндән әҙерәк һауа температураһы төшә һәм ҡойма ямғырҙар көтөлә, тигән фараз бирә синоптиктар.
Шөкөр генә итәйек, дуҫтар. Бирҙе бит Хоҙай ямғырҙарын. Ер туйынып ҡалды. Иң мөһиме, имен-һау булайыҡ һәм бынау тажзәхмәттән һаҡланайыҡ.
Читайте нас: