Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
2 Июнь 2021, 16:05

ҠЫРМЫҪҠАЛАРҘАН НИСЕК ҠОТОЛОРҒА?

Һорау: Ҡыяр түтәлен ҡырмыҫҡалар баҫты. Нисек бөтөрөргә?Яуап: Баҡса ҡырмыҫҡалары йонсотамы? Бер еңел генә ысул тәҡдим итәбеҙ.

Һорау: Ҡыяр түтәлен ҡырмыҫҡалар баҫты. Нисек бөтөрөргә?
Яуап: Баҡса ҡырмыҫҡалары йонсотамы? Бер еңел генә ысул тәҡдим итәбеҙ.
Ҡырмыҫҡалар бик тәмлетамаҡтар. Шуға күрә был ысул 100 проценты менән үҙен аҡлай. Уны өй эсендә лә, хатта бәләкәй балалар булғанда ла ҡулланырға мөмкин.
Ярты стакандай ҡайнатма (варенье) алырға. Уға ярты сәй ҡалағы бор кислотаһы һәм бер сәй ҡалағы сүпрә (дрожжи) өҫтәргә. Ҡатнашманы матурлап болғатҡас, йәйенке һауытҡа һыларға һәм ҡырмыҫҡалар йыш күренгән урынға ултыртырға.
Ҡырмыҫҡалар татлы ризыҡҡа бик ҡыуанасаҡ. Ләкин бер ни тиклем ашағас, үлә башлаясаҡтар. Сөнки сүпрә менән бор кислотаһы уларға үлемесле тәьҫир итә.
Читайте нас: