Заман техникаһы – квадроцикл һатып алғас, урман-ҡырға йөрөүем күпкә еңеләйҙе. Дүрт тиҫтә ат көсөнә эйә булған был техника, ысынлап та, мине атлы, ҡанатлы итте.
Урманда – йәнлек, тауҙа кәзә һуҡмағынан үтә алған квадроцикл ысынбарлыҡта алмаштырғыһыҙ юлдашыма әүерелде. Батҡаҡ юлдар, йығылып, арҡыры ятҡан ағастар, аттың ҡорһағына тиклем еткән йылға, күләүектәр уға кәртә түгел ине. Елдәй елгән техниканан осоп төшөп кенә ҡалма.
Әйткәндәй, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә килгәндә, был техникала ауыҙ асып йөрөһәң, рустар әйтмешләй, “очень опасно”. “Был текә тауға менһәм, был йылғаны кисһәм, миңә нимә була әле”, – тип алдан ҡаты итеп фекерләп өлгөрөргә кәрәк. Тәүҙәрәк шул еренә еткереп уйламау арҡаһында бер нисә рәт туңҡайып та өлгөрҙөм. Әлдә каска кейгәйнем, шул минең ғәзиз башымды һаҡлап ҡалды инде.
Тормош бар нәмәгә лә өйрәтә бит ул. Оло йәшкә етеп, ғүмерҙә техника менән ҡыҙыҡһынмаған мине квадроциклда күреп, халыҡ, аптырап, бот сапты. Техника – заман талабы. Хәҙерге заманда унһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай. Бына квадроциклға ултыраһың да Мәсем, Баҙал тауына менәһең, Ирәндек һырты буйлап елдерәһең, Талҡаҫ күле эргәһендә иртәнге ҡояштың сығыуын фотоға төшөрөргә көтөп ултыраһың. Әҙәм аяғы баҫмаған Кәшәле тигән урында урман гиҙәһең. Ғәжәп! Айырыуса был техника “Берйән, Бөрйән, Бурзян” китабын әҙерләгәндә ярҙам итте. Дөрөҫөрәге, эште күпкә еңеләйтте, тиҙләтте. Берәй ауылды йә ауыл эргәһендәге матур ерҙе фотоға төшөрөргә кәрәк икән, уңайлы ер эҙләп көн үткәрмәйһең. Кәрәкле нөктәгә “һә” тигәнсе елдәй елеп барып та етәһең.
Әлбиттә, техниканы маҡтап һөйләгәндә әҙ генә булһа ла уңайһыҙ яҡтарын да һөйләп китмәү мөмкин түгел. Квадроциклдың көслө тауышынан һинең ҡайҙа йөрөүеңде бар ғаләм белеп тора. Ярай, кешеләрҙең техниканың аҡырып килеүенә күҙҙәрен тызрайтып ҡарауына өйрәнәһең, ләкин бына-бына һиңә осрар тигән йәнлек-ҡоштарҙың ҡасып-боҫоп бөтөүе күңелде ҡыра. Был техникала төпкөл ауылдарға барып инһәң, юлда тап булған ҡаҙҙарға ҡурҡыуҙан хатта ҡанат үҫә. Бар нәмәгә битараф һыйырҙар ҙа ситкә шыла, аттар өркөп, ситкә ҡаса.
Урманда үҙең генә йәйәү йөрөһәң, нисектер һин тәбиғәт эсендә, ҡосағында һымаҡһың. Ундағы бар күренеш күңелең аша үтә, һәр нәмәнең һулышын тояһың. Ҡоштарҙың һайрауы, сиңерткә сырылдауы – барыһы ла иғтибарыңда. Һәр ҡыштырлау йөрәкте уйната. Бына-бына ҡуянға йә төлкөгә, йә айыуға тап булаһың инде. Былар күңелде берсә һоҡландыра, берсә ҡыуандыра, берсә ҡурҡыта. Ә квадроциклда тәбиғәттә йөрөһәң, әлеге тойғоларҙың күбеһен кисермәйһең. Һин уларҙың донъяһында йөрөһәң дә, икенсе донъяла һымаҡһың. Уларҙан өҫтөнһөң, бар нәмәгә ҡыуанаһың, һоҡланаһың. Ләкин уларҙың телен ишетмәйһең.
Үҙем йәшәгән Иҫке Собханғол ауылына текәлеп тигәндәй ултырған Баҙал тауына иртүк сыҡтым. Көҙҙөң бер көнө ине. Һалҡыныраҡ. Ныҡ итеп кейенеп алһам да, бара бирә өшөүемде тойҙом. Квадроциклдың тиҙлеген ел һуҡмаһын өсөн кәметтем. Халыҡ бесәнгә, утынға йөрөгән ташландыҡ юлдан тауға үрмәләйем. Эреле-ваҡлы ҡая таштары һерәйеп торған ерҙе урап, ҡойо-күләүектәрҙе кисеп, тау башына ярайһы тиҙ барып мендем.
Аҫта – иҫ киткес матур күренеш.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 16 апрель һанында уҡығыҙ.