Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
16 Апрель 2021, 16:00

Шүлгәнташ айыуы

Шүлгәнташ мәмерйәһен ҡышын, йәйен, яҙын, көҙөн арҡыры-буйға, “матур кадрҙар” тотам тип, йөҙҙәрсә саҡрым йәйәү үткән­мендер.

Шүлгәнташ мәмерйәһен ҡышын, йәйен, яҙын, көҙөн арҡыры-буйға, “матур кадрҙар” тотам тип, йөҙҙәрсә саҡрым йәйәү үткән­мендер.
Йыбанмай, ҡояш менән бергә тороп, мәмерйәне уратып алған тауҙарға менһәң, иҫ киткес матур күре­нештәргә тап булаһың. Ағиҙел йылғаһы борғоланып-борғоланып, тау-таштарҙы киҫә-киҫә, кө­мөш һыуҙарын ялтыратып, аҫҡа, алыҫҡа тәгәрәй. Ҡояштың нурҙары йылға, тауҙар, урмандар менән уйнап, ҡабатланмаҫ күре­нештәр тыуҙыра. Бындай ғәжәйеп күре­нештәр айырыуса томанлы таңдарҙа була.

Мәмерйә тирәһендә шулай уҡ төрлө ҡош-ҡорт та етерлек.

Тирмәнтау тауынан (Шүлгәнташ мәмер­йәһе урынлашҡан тау) иртә менән үтһәң, ысыҡлы үләндә бурһыҡ юлдары ярылып ята. Пырылдап осҡан һуйыр, ҡор, селгә тап булаһың. Бер мәл мәмерйә тирәһендә әлгәнйәк күбәйеп китте. Был хайуан бик тиктормаҫ, йылғыр, шыма. Уны күреп, объективҡа алһаң да, уңышлы фото сығарам тип өмөт итмә. Барыбер тиктор­маҫ йәнлек тегеләй-былай ҡыбырлап, “резкосты” юғалтасаҡ. Шулай ҙа бер мәл был йәнлекте фотоһүрәткә төшөргәндә уңдым. Мәмерйә ҡаршыһында торғанда әлгәнйәктең ағас ҡыуышына ингәнен күреп ҡалдым. Фотоаппаратты шунда тоҫҡайым. Бына-бына ул теге ҡыуыштан сыға тип көтөп торам. Хайуан юҡ та юҡ, әллә һиҙҙеме икән? Ун минут үтте, ун биш минут булды. Серәкәйҙәр битте, ҡулды талай. “Уңышлы кадр” тоторға тип, барыһына ла түҙәм. Түҙгәнгә – түш, тиҙәр бит. Бына, ниһайәт, йәнлектең башы, шунан бар кәүҙәһе күренде. Фотоаппараттың төймәһенә баҫам. Әҙерәк ҡурҡҡан, аптыранған әлгәнйәк минең “трофей”ҙа.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 16 апрель һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: