Бөгөн - апрелдең иң эҫе көнө. Уртаса температура норманан 7-10 градусҡа юғарыраҡ була. Ә бына ял көндәренә сюрприз көтә... Республикала эҫе, майҙың тәүге декадаһы өсөн хас булған һауа торошо оҙаҡ һаҡланмай, ти синоптиктар. Ошо ял көндәрендә үк төньяҡ һалҡыны йылыны көньяҡҡа сигендерә. Республика биләмәһе аша үткән һалҡын фронт һауа температураһын төндә -2, +3-кә, көндөҙ +5, +10-ға тиклем түбәнәйтә. Урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш. Дүшәмбе, 19 апрелдә, төндә 0, -6, көндөҙ +3, +8 градус. Уртаса һауа температураһы 0, +3 була, был иһә норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк, тип хәбәр ителә Башгидромет сайтында.