Ауылдағы бер дуҫым күптән инде һуйыр уйынына саҡыра. Тормош мәшәҡәттәренән бушай алмай, был мөһабәт матур ҡоштарҙың туй мәлен күреү ләззәтен айҙарға, йылдарға һуҙҙым да һуҙҙым.
Бына, ниһайәт, бер мәл, тормоштан ваҡыт урлап, дуҫым менән урманға юлландым.
Иртә таң, күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы. Иреп, теләһә ҡалай туңған юлды атыбыҙ нисек табалыр, уныһы беҙгә ҡараңғы, хайуанға ғына мәғлүм. Тегеләй-былай ҡыйшанлаған санаға сат йәбешкәнбеҙ ҙә, ҡар-боҙ шығырлауын еңеп, ҡысҡырып һөйләшәбеҙ, дөрөҫөрәге, иптәшемде тыңлайым.
Ошолай апаруҡ ҡына юл үткәс, атыбыҙҙы туғарып, ҡар күтәртһә лә, саңғы алабыҙ. Быныһы, дуҫым әйтмешләй, «на всякий случай». Юлдашым мөмкин тиклем әҙ тауыш сығарыуға өндәй. Ҡайҙан инде, аяҡ аҫтында туңған ҡар шул тиклем шығырлай, әллә нисә саҡрымға ишетелгән һымаҡ.
Ниһайәт, манма тиргә батып, бер аҡлан ситенә килеп сығабыҙ. Дуҫым ишетелер-ишетелмәҫ кенә: «Әүәленән-әүәле һуйырҙар ошонда уйнай торғайны», тип бышылдай. Эйе, һуйырҙарҙың ғүмер баҡый уйнаған тәғәйен бер урыны була. Мин япон фотоппаратының объективын асам, выдержкаһын, диафрагмаһын тикшереп ҡарайым. Хәҙер яҡтыртҡыстың да файҙаһы булмаясаҡ. Көндөң яҡтырыуын көтөргә генә ҡала.
Ҡапыл тып-тыныс торған урманда бер ҡоштоң тауышы ишетелде. «Был ҡупырсыҡ, хәҙер ул үҙенең әскернә тауышы менән бар урманды уята», – тип иптәшем аңлатма бирә һала. Ысынлап та, күп тә үтмәне, урман яҙҙы данлап йырлаған ҡош тауыштарына күмелде. Айырыуса тумыртҡалар тырыша. Улар бер-береһен уҙҙырып ҡыу ағасҡа тыҡылдайҙар, көй сығаралар. Әйткәндәй, тумыртҡаларҙың да туйҙары бара. Улар ошондай юл менән үҙҙәренә пар эҙләй.
Бына-бына эргәмә һуйыр килеп төшөр һымаҡ. Юҡ шул. Ялҡыта ла башланы. Төшөрөрлөк яҡтырҙы, һуйырыбыҙ ғына юҡ. «Ишетәһеңме?» – иптәшем ҡапыл минең ҡатҡан билгә төртөп тертләтә. Тумыртҡалар симфонияһы араһынан үҙемә кәрәкле ҡош тауышын эҙләйем. Әһә, шул тауыш түгелме? Тимергә һуҡҡандай, «тк-тк-тк», шунан «ш-ш-ш» тигән тауыштар ҡолаҡҡа салына.
«Улар әле ағас башында, әҙерәк түҙәйек, тиҙҙән ергә төшә башлаясаҡтар», – тип бышылдай иптәшем. Өшөүгә, ҡалтыраныуға йөрәктең түҙемһеҙләнеп дарҫлап тибеүе өҫтәлә. Яйлап-яйлап яңғыҙ һуйыр тауышына икенсе-өсөнсөләре ҡушыла. «Әйҙә, алға», – тип өндәй иптәшем. Һуйырҙар «ш-ш-ш» тигәндә генә атлайбыҙ. Ул мәлдә уларҙың ҡолағы тонған була икән. Атлаған һайын тауыштар көрөрәк, асығыраҡ ишетелә. Бына, ниһайәт, бер бәләкәй генә ялансыҡта һуйырҙар үҙҙәре лә күренә. Бер нисә ата һуйыр ҡупырайып ҡанаттарын йәйеп алған да, бар донъяһын онотоп, үҙ-ара «мин матурыраҡ, мин көслөрәк, ул минеке генә буласаҡ», тип пар бүлешәләр. Ә инә һуйырҙар улар араһында урала, ҡарҙан ем сүпләгәндәй итәләр.
Ошондай иҫ киткес күренеште оҙаҡ күҙәтергә тура килмәне. Һуйырҙарҙы фотоға төшөрөү менән шундай мауығып киткәнмен, фотоаппаратымды шалт-шолт килтереп, уларҙың эргәһенә үк барып еткәнмен. Һуйырҙар теләр-теләмәҫ кенә, ерҙән ауыр күтәрелеп, тирә-яҡҡа осоп китте.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 13 апрель һанынан уҡығыҙ